+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 75
2 Октябрь 2020, 17:58
Тылда ла ауыр булған
Мин һеҙгә ҡарт олатайым менән өләсәйем тураһында һөйләргә теләйем. Улар республикабыҙҙың матур тәбиғәтле ерендә урынлашҡан Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан.
Ҡарт олатайым Хәбир Фәттәхов Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итеп, ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугир ул. Фронтта уҡсылар полкында фашистар менән алышып, ҡаты яраланып, 1942 йылда Новгород өлкәһе Чудов районының Ольховка ауылы эргәһендә вафат була. Уның өс айлыҡ ҡына яңы тыуған улы, ҡатыны һәм ике игеҙәк ҡыҙы ҡала.
Тылда ла кешеләргә йәшәүе бик ауырға тура килгән. Өләсәйем һөйләүе буйынса, ал-ял белмәй тырышҡандар. Тыл ныҡ булмаһа, үҙенән-үҙе генә еңеү килмәҫ ине, тип хәтерләй ул. Булған ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткән, ауылда ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар ғына ҡалған. Ниндәй генә ауыр эштәр булыуға ҡарамай, барыһын да башҡарғандар. Бесән сабыу, ер һөрөү, мал ҡарау, утын ҡырҡыумы – бөтәһе лә улар елкәһенә төшә. Бар халыҡ фронтҡа ярҙам итә, һалдаттарға икмәк, йәшелсә ебәрәләр, ойоҡ-бейәләй бәйләйҙәр, кейемдәр тегәләр. Бөйөк Еңеүҙе яҡынлаштырыу өсөн үҙҙәрен аямай, көстәрен йәлләмәй, барыһын эшләйҙәр.
Беҙ, хәҙерге заман балалары, тыныс заманда йәшәп, яҡты мәктәптәрҙә белем алыуыбыҙ, өҫтөбөҙ бөтөн һәм таҙа, тамағыбыҙ туҡ булғаны өсөн бына кемдәргә бурыслыбыҙ. Ҡарт олатайым менән өләсәйемдең ғүмер юлы беҙгә фәһем бирә, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтә. Мин улар менән ғорурланам.
Шамил ФӘТХУЛЛИН.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас в