+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
23 Ғинуар , 12:10

Һүрәттәре еңеү яулай

Беҙҙең III «Б» синыфында бер шәп малай уҡый. Ул – Никита БИЧУРИН. Бик тәртипле, тырыш, аҡыллы уҡыусы. Мәктәптә гел яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Музыка мәктәбендә аккордеонда уйнарға өйрәнә.

Ә иң яратып башҡарған эше – һүрәт төшөрөү. Никита төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Былтыр яҙ көнө ул «Еңеү открыткаһы» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә иң-иңе булып танылды. Хәҙер үҙенең шәхси открыткаһы бар. Был открыткала малай олатаһы Али Ибраһим улы Бичуринды һүрәтләгән. Яугир Берлинғаса барып еткән, Карелияны азат итеүҙә ҡатнашҡан, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Был һүрәттә фронтовик өйөнә ҡайтыуына шатланып баҫып тора. Никита олатаһын иҫән саҡта күрә алмай ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, уның тормош юлын бик яҡшы өйрәнгән.
Был Никитаны танытҡан берҙән-бер конкурс түгел. Ул шулай уҡ Башҡортостанда үткән «Мин йыһанды һүрәтләйем» бәйгеһендә еңеп, грамоталар һәм бүләктәр алып һөйөндө.
Алдағы көндәрендә беҙ Никитаға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Рәзифә ЮЛДАШЕВА, уҡытыусы.
Туймазы районы, Серафимовка мәктәбе.

Һүрәттәре еңеү яулай
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в