"Хәтер мәңгелек" исемле китап күргәҙмәһендәге китаптарға байҡау яһағандан һуң, китапханасы Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә быйыл 77 йыл тулыуы, һуғыштың дүрт йыл буйы барыуы, ул мәхшәрҙә ҡорбан булыусыларҙың һаны 27 миллионға етеүе, Ленинград ҡалаһында ҡамауҙа ҡалыусыларҙың 900 көн буйы көнөнә 125 грамм икмәк менән генә туҡланып, аслыҡтан, һыуыҡтан һәләк булыуы, тылда ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларҙың нисек ыҙа сигеүе тураһында һөйләне. Уҡыусылар иғтибар менән тыңланы, китапханасыға төрлө һорауҙар бирҙе, үҙҙәренең олаталарының да һуғышта ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне.
Китапханасы Айһылыу Әхмәт ҡыҙы Мырҙағолова, синыф етәкселәре Айгөл Ибраһим ҡыҙы Бикмәтова һәм Линура Хәлил ҡыҙы Сафина балаларҙы һуғыш тураһында күберәк китаптар уҡырға, үҙ илеңдең тарихын белергә саҡырҙы.
А.МЫРҘАҒОЛОВА,
китапханасы.
Бөрйән районы, Иҫке Монасип ауылы.