+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
8 Май , 15:05

"Еңеү ҡомартҡылары"

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Бөйөк Еңеү байрамы алдынан "Еңеү ҡомартҡылары" исемле патриотик акция иғлан иткән. Баймаҡ районы Буранбай ауылы китапханаһы ошо акцияға арналған  фәһемле сара үткәргән.

"Еңеү ҡомартҡылары"
"Еңеү ҡомартҡылары"

Был сарала һуғыш осоро балалары Мәрйәмә Хәлфетдин ҡыҙы Ғәйетбаева, Сәрүәр Мөхәмәтйән ҡыҙы Хәмитова, Зәйтүнә Ямалетдин ҡыҙы Йәнүҙәкова, һуғыш ветерандарының балалары, Таулыҡай ауылының ағинәйҙәр етәксеһе Гөлнур Моратша ҡыҙы Дәүләкәнова, Сыңғыҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзәлә Тәфтизан ҡыҙы Хәмитова, ағинәйҙәр һәм уҡыусылар ҡатнашҡан.

 Сараның беренсе өлөшөндә инәйҙәр үҙҙәренең бала саҡтары тураһында әсенеп һөйләгән. Мәрйәмә инәй атаһына арналған шиғырын уҡып ишеттергән.
Икенсе өлөшөндә Нәзилә Ҡаһарман ҡыҙы Раева атаһының һуғыштан алып ҡайтҡан котелёгы, орден-миҙалдары менән таныштырған. Шулай уҡ Миңлеямал Ғоссам ҡыҙы Раева атаһы Ғоссам Усман улы Түләковтың һуғыштан алып ҡайтҡан флягаһы һәм котелёгы тураһындағы хәтирәләре менән бүлешкән...
 Ә уҡыусылар инәйҙәргә еңеү тураһында шиғырҙар һөйләп,  йыр йырлағандар.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

"Еңеү ҡомартҡылары"
"Еңеү ҡомартҡылары"
"Еңеү ҡомартҡылары"
"Еңеү ҡомартҡылары"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в