Ул 1925 йылдың 18 июлендә Йылайыр районы Һабыр ауылында тыуған. Биш йәшенән Хәйбулла районы Иләc ауылындағы туғандары ҡарап үҫтерә. Немец илбаҫарҙары баҫып ингәндә уға 16 йәш була. Колхозда хисапсы, ауыл советы сәркәтибе булып эшләй. 1943 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Иҙрис Түләшев хәҙерге Ырымбур өлкәһендәге Чкалов хәрби пулемёт училищеһында уҡый, шунан уны һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алалар. 1944 йылда яуға инә. Көнбайыш Украина, Молдавия, Румыния аша һуғыш юлдарын үтә. Ике тапҡыр яралана, дауаланып яңынан сафҡа баҫа. Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ә Еңеүҙе Чехословакияла Праганан йыраҡ түгел ерҙә ҡаршылай.
Һуғыштан һуң тағы 4 йыл Тулала һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп, 1949 йылда ғына Башҡортостанға ҡайтыу бәхете тейә. Иҙрис Түләшев тыныс тормошта ғүмеренең күп йылдарын район матбуғатына бағышлай: «Хеҙмәт байрағы» гәзитендә яуаплы сәркәтип, мөхәррир урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Иҙрис Әбделкәрим улы әүҙем тормош алып бара, йәш быуын менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша, уларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй. Районда үткән шахмат ярыштарын ҡалдырмай.
Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күкрәген бик күп наградалар биҙәй. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн», «Германияны еңгән өсөн», «Венаны алған өсөн», шулай уҡ өлгөлө хеҙмәте өсөн ике тапҡыр «Хеҙмәт батырлығы өсөн», юбилей миҙалдарына лайыҡ була.
Иҙрис Түләшев – БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
Хөрмәтле ветеранды яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Э. ҒӘЛЛӘМЕТДИНОВА.