+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
9 Май , 09:00

Еңеү көнө!

Еңеү көнө бөгөн!

Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Еңеү көнө!
Илемдәге оло тантана.
Беҙҙең ерҙә бөтә байрамдар ҙа
9 майҙан башлана.

Беҙҙең халыҡ өсөн иң изге көн –
Атайҙарҙан бүләк азатлыҡ.
Тамырҙары уның меңәр йыллыҡ!
Ә шатлығы уның – Ер саҡлы!

Яралғанбыҙ ошо ҡыуаныстан!
Беҙ тыуғанбыҙ имен дәүләттә!
Билдәле һәм һәр билдәһеҙ һалдат,
Беҙҙең рәхмәт һүҙе – йөрәктә!

Был байрамдың тоям Илдәр гиҙеп,
Һәр бер өйгә килеп ингәнен!
Беҙ еңеүсе быуын балалары!
Беҙ еңеүсе быуын ейәне!

Лариса АБДУЛЛИНА.

Фото: russiaedu.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в