Һуғыш, тыл ветерандары булған ҡарт олатайҙары һәм өләсәйҙәре Миңлегәрәй Муллағәли улы Муллағолов, Фәрхинур Сөләймән ҡыҙы һәм Әғзәм Ғәбдрафиҡ улы Ғәлимовтарҙың фоторәсемдәрен тотоп, ғорурланып йөрөнөләр. Шулай булмай әллә! Яугир ейән-ейәнсәрҙәре бит улар!
Ҡыҙҙар Өфөләге 122-се башҡорт гимназияһында уҡый. Рәфилә - III, Рәлиә II синыф уҡыусыһы. Ҡустылары Финат әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Бәләкәй генә булһалар ҙа, ҡаһарман олатай-өләсәйҙәре хаҡында бик яҡшы беләләр. Еңеү бүләк иткән ҡәҙерле кешеләрен онотмайҙар. Афариндар!