Беҙҙең уҡыусылар ауыл халҡы өсөн шиғырҙар, һуғыш тураһында тарихи йырҙар, концерт номерҙары әҙерләне. Шулай уҡ һәр синыфта синыф сәғәттәре үтте. Унда уҡыусылар совет һалдаттарының ҡаһарманлығы тураһында төрлө мәғлүмәт алды, тарихи фильмдар, кинокартиналар ҡараны. Еңеү көнөнә арналған флешмобта ла мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.
– Үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ! – ти аҡморондар.
Сания Байымова, башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Баймаҡ районы.