+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
9 Май , 15:05

Ябай көн түгел ул – Еңеү көнө

ТӘНЗИЛӘ ЙӘНТИЛИНА Әллә ниңә атай төшкә керҙе,

Ябай көн түгел ул – Еңеү көнө
Ябай көн түгел ул – Еңеү көнө

Уяндым мин бөгөн баҫлығып,
Үҙгәрмәгән үҙе, ҡултығына
Бер төйөнсөк алған ҡыҫтырып.

Ҡапыл атай өйгә килеп ингәс,
Ғәжәпләнеп артҡа сигендем:
– Нисек, атай, һин үлгәйнең бит һуң,
Һин ҡайтҡанһың, тимәк, тереһең?!

–  Борсолмағыҙ, миңә ярамай шул
Һеҙҙең янығыҙҙа ҡалырға,
Оноттоғоҙмо ни Еңеү көнөн?
Бүләгемде килдем алырға.

9 май – Еңеү байрамында
Беҙ бит йыл да шулай итәбеҙ:
Балаларҙы, туғандарҙы күреп,
Бүләктәрҙе алып китәбеҙ.

Мин китәйем, көтәләрҙер, – тип һин
Күҙ алдымдан кинәт юғалдың.
–  Атай, туҡта, атай, китмә! – тип мин
Илай-илай тертләп уяндым.

Еңеү көнөн элек ветерандар
һәр яҙ һайын көтөп алдылар:
Миҙалдарын тағып, ғорур баҫып,
Еңеү байрамына барҙылыр.

Май айында батыр яугирҙәрҙе
Хөрмәтләйҙәр ине ололап.
Күңелдәргә шатлыҡ тула ине
Миҙалдарҙың дәртле сыңынан.

Ҡунаҡ булып байрам табынында
Бүләктәрен алып шатланып,
Көтөп ала инек беҙ атайҙың
Кәйефләнеп йүгереп ҡайтҡанын.

Оноторлоҡмо һуң Еңеү көнөн?!
Оноторлоҡмо һуң ҡорбандар?!
Тыуған иле өсөн дошмандарға
Ҡалҡан булып ҡаршы торғандар!

Ауылымдан ҡыйыу етмеш егет
Ил саҡырғас, атҡа атланды.
Етмеш егеттең бит тап яртыһы
Һуғыш яланынан ҡайтманы.

Берәүҙәрҙең өҙөлөп һөйгән йәре,
Кемдәрҙәңдер ғәзиз атаһы,
Әле өйләнмәгән йәш егеттәр —
Әсәйҙәрҙең йөрәк яраһы...

Йәмилә әбей яңғыҙ улын көткән,
Бер көн ҡайтып ишек ҡағыр тип,
– Ете баҫҡысҡа баҫып торҙом төштә –
Ете йылдан Мирзам ҡайтыр,  – тип.

Аҡылынан яҙған ҡайғыһынан
Яңғыҙ улын көтөп алалмай.
Йоҙроҡ төйөп ҡарғай фашистарҙы
Күктә уйнаһа ла һаҙағай.

Шундай өйҙәр булған, бер тупһанан
Өс кешеһен яуға оҙатҡан!
Нисек түҙгән әсә йөрәккәйе
Өс балаһын берҙәй юғалтҡас?!

Һабан һөргән ҡулға мылтыҡ алып,
Аяғына кейеп кирзаһын
Ябай һалдат һаҡлап алып ҡалды
Оло һәләкәттән Ер шарын.

Онотмайбыҙ, атай, исемдәрҙе
Йөрәк түрҙәрендә һаҡлайбыҙ.
Һәр яҙ һайын киң урамдар буйлап
“Үлемһеҙ полк” менән атлайбыҙ.

Еткерербеҙ килер быуындарға
Һис төшөрмәй Еңеү баһаһын —
Беҙ бит әле яуҙа дошмандарҙы
Еңеп ҡайтҡан яугир балаһы!

Ябай көн түгел ул – Еңеү көнө –
Миллиондарҙың йөрәк яраһы.
Илем өсөн бик ҡиммәткә төштө
Берлиндағы Еңеү байрағы.

Мәғлүмәт: vk.com
Фото:sun9-56.userapi.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в