– Минең батырым булып һәр ваҡыт ҡартатайымдың атаһы – ҡарт ҡартатайым ҡаласаҡ.
Ярай, булмаһын уның хәрби кейеме, хәрби кейемдә төшкән бер генә фотоһы ла, һуғыш йылдарында алған миҙалдары, уға тәғәйен маҡтау һүҙҙәре... Ләкин ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, батырлыҡ күрһәткән, еңеү яулаған. Беҙҙең әлеге йәшәгән илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, тип йәнен дә, тәнен дә, тормошон да аямаған. Әгәр ҙә уның күргән-кисергәндәрен бергә йыйһаң, әллә нисә томлыҡ китаптар яҙырға булыр ине. Ни өсөн, тиһегеҙме? Хәҙер һеҙгә аңлатып яҙып үтәм.
...Минең ҡартатайым Хәмит Иҫәнбаев бик иртә етем ҡалып, туғандарында тамаҡ хаҡына эшләп көн күргән. Бик шәп балта оҫтаһы булған. Шулай кешеләргә ялланып йөрөгәнендә буласаҡ хәләл ефете Хәшиә менән танышҡан. Йәштәр өйләнешкән, уларҙың бер-бер артлы өс балалары донъяға килгән – бер ҡыҙ һәм ике малай. Ошо ваҡытта һуғыш башлана. Ҡарт ҡартәсәйемде өс бала менән ҡалдырып, ҡарт ҡартатайым фронтҡа киткән.
Һуғыш йылдарында тылда ҡалғандарға ла бик ауырға тура килгән: йә төпләнеп йәшәргә урын юҡ, йә туйғансы ашарға тамаҡ юҡ, кейәм тиһә – барыһына бер кейем. Шулай яҙ еткән. Ҡар аҫтындағы урылмай ҡалған бойҙай баҫыуҙа күренә башлағас, бар әҙәм шунда ағылған. Ә унда ағыуланып үлеүселәрҙең һаны көндән-көн артҡан. Өлкәндәр тыйып ҡараған, ләкин аслыҡ үҙенекен итә. Шул ағыулы бойҙай арҡаһында 12 йәшлек кенә апаһын ерләргә тура килә ике ҡустыһына. Ғаиләлә – тағы бер ҡайғы... Ә һуғыш һаман бөтмәй...
Берҙән-бер көндө военкоматтан хат килеп төшә. Унда хәбәрһеҙ юғалған, тип яҙылған була. Ҡартәсәй ышанмай. Хәбәрһеҙ юғалған, тимәк, үлгән.... Тағы бер ҡайғы...
Күп тә үтмәй, Хәмит исеменән яҙылған хат килеп төшә. Уны хәрби госпиталдән шәфҡәт туташы яҙған була. Хәшиә ике улын эйәртеп, ҡыуаныслы күҙ йәштәре менән яҙылған адрес буйынса йәйәүләп сығып китә. Барып тапҡас, малайҙар аталарын танымай. Ирен ҡайнап ултырған һыуға төшөрөп алғандармы ни?.. Уны ағастан эшләнгән этмәле арбаға тейәп алып ҡайталар. Был хәл 1943 йылдың йәйендә була.
Ҡәҙимге кеше төҫө ингәс, аталары малайҙарына: «Ҡыҙыу һуғыш бара, һөжүмгә күтәрелгәндә бер төркөм һалдаттар өҫтөнә снаряд төшә. Кешеләр, ит киҫәгеләй, төрлө яҡҡа сәселә. Минең тәнемдең дә ҡайһылыр өлөшө семетеп-семетеп ала... Иҫемә килгәндә – бөтә тәнем бинтҡа уралған, үҙем госпиталдә ята инем. Шунда хат яҙырға бер шәфҡәт туташы ярҙам итте», – тип һөйләгән.
Һуғыштан алып ҡайтҡан ҡаты яралары бик ауыр уңала: тиреһе тартылып бөтәшә, ҡулдарын күтәрә алмай. Шулай ҙа ғаиләһенең тамағын туйҙырам, тип балтаһын ҡулынан төшөрмәй. Икенсе улы Сәмиғулланың атаһы хаҡында: «Ҡултыҡ аҫтары яман булып бөтәшеп бөттө, ҡулын бөтөнләй күтәрә алмай. Ул нисек балта менән эш иткәндер», – тип һөйләгәнен иҫләй минең өләсәйем, уның килене.
Шул мәлдәрҙә тыуған да инде уның өсөнсө улы – минең Әхмәҙулла ҡартатайым. Атаһын бик насар хәтерләй. Ауыр тормош уны алты йәштән генә көтөү көтөргә мәжбүр иткән. Уҡыуҙың нимә икәнен дә белмәй үҫкән. Уның һөйләүҙәре буйынса, Хәмит ҡартатайым бик һирәк кенә ғаиләһе янына ҡайтып киткән. Күбеһенсә ҡырҙа – кешегә ялланып эшләгән, бура күтәргән, өй һалған, тәҙрә эшләгән – балта оҫтаһы бит. Ҡайһы берҙә ғаиләһен алып, ауылдан-ауылға, ҡайҙа эш бар, шунда күсенеп йөрөгән. Үкенесле тормош. Әле Хәмит ҡартатайыбыҙ һалған бейек өйҙәр һаман да балҡып ултыра районыбыҙҙың Түбә ауылында.
Һуғыш яралары, әлбиттә, эҙһеҙ үтмәй. 1967 йылда ҡаты яраларынан сыҙай алмай, яҡты донъянан китеп бара минең батырым. Улдары ошо Ниғәмәт ауылында өй һалып сыға, әсәләренә лә йорт төҙөп бирә.
Бына шуның өсөн дә ул батыр – минең батырым, ул – беҙҙең батырыбыҙ. Бөгөнгө аяҙ күгебеҙ, тыныс таңдарыбыҙ өсөн беҙ уға рәхмәтлебеҙ һәм үҙен оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Эпилог
Еңеүҙең 60 йыллығы. Бөтә ил шаулап-гөрләп тантанаға әҙерләнә. «Хәтер» китабын яңынан баҫтырыу эше алып барылған мәл. Әсәйем Ләйлә Әхмәҙулла ҡыҙы үҙе эшләгән мәктәп етәкселеге ҡушыуы буйынса хәрби комиссариаттың һуғышҡа оҙатылған һалдаттар исемлеген барлау өсөн эҙләнеү эштәре алып бара. Шунда ошондай яҙыуға тап була: «Исянбаев Хамит Мурзагалеевич, 1908 г.р, ур. Баймакского района, рядовой, стрелок, пропал без вести в марте 1943 года.» Яҙыуҙар буйынса – ул хәбәрһеҙ юғалған, ә яҙыуһыҙ – тағы 24 йыл ғүмер...
Бына шулай күҙ йәштәре менән яҙылған бер батырҙың тормошо...
Әҙилә Мырҙағәлина,
VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Фото: vestno.ru