+10 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
11 Май , 11:35

Тик еңеү өсөн

Тыуғанбыҙ ергә

Тик еңеү өсөн
Тик еңеү өсөн

Бары еңергә.
Берҙәм булайыҡ
Барыбыҙ бергә.
Һинең маҡсатың,
Минең маҡсатым –
Еңеүгә етеп,
Ҡот өҫтәп ҡайтыу.
Артһын ил-йортта
Бары шәп эштәр,
Башҡортто һаҡлар
Тоғро шәхестәр.
Өйрәнмәйек беҙ
Еңелгә генә.
Өйрәнәйек беҙ
Еңергә генә.
Китмәһен ваҡыт
Буш көйөү өсөн.
Туплайыҡ көстө
Тик еңеү өсөн!

Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН,
VI «В» синыфы уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы,
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Фото: news.jpeg

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в