+21 °С
Болотло
TelegramЕңеү – 77!VKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
16 Май , 14:25

Еңеү көнөнә арнап

Йыл һайын Еңеү байрамы алдынан Белорет районы Шығай ауылындағы «Тамъян» балалар моделле китапханаһында кескәй дуҫтарыбыҙ һәм мәктәп уҡыусылары өсөн патриотик рухлы, фәһемле саралар ойоштороу инде йолаға әйләнгән. Быйыл да төрлө акциялар, экскурсиялар, флешмобтар үткәрҙек.

I синыф уҡыусыларын (уҡытыусылары — Гөлназ Ғайса ҡыҙы Әбүталипова) ауылдашыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Шаһый Ямалетдин улы Ямалетдинов менән таныштырҙыҡ. Батыр ауылдаштары хаҡында күп мәғлүмәттәр алған ҡыҙҙар һәм малайҙар хәҙер ни өсөн белем усағыбыҙҙың, ауылдағы бер урамдың тап ошо герой исеме менән аталыуын яҡшы аңлай.

Икенселәрҙе (Юлиә Миңлеислам ҡыҙы Ғәлиуллина) «Һуғыш хәтере — китапта» әҙәбиәт сәғәтендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ижады, «Еңеү майы» китаптар күргәҙмәһе менән таныштырҙыҡ. Кескәйҙәр Әнүәр Бикчәнтәев, Шәриф Бикҡол, Мостай Кәрим кеүек шағирҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләп күрһәтте.

Өсөнсөләр (Гүзәл Рәйес ҡыҙы Йомағужина) менән өсмөйөшлө хаттар хаҡында әңгәмәләшһәк, дүртенселәр (Земфира Фирғәт ҡыҙы Фәсхүтдинова) менән «Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ» акцияһында ҡатнаштыҡ.

«Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы, тәрбиәселәре Зилә Урал ҡыҙы Хажина менән китапханаға ҡунаҡҡа килделәр. Улар өсөн «Тыныслыҡ күгәрсене — тере хәтер» исемле кисә әҙерләгәйнек. Ни өсөн тап күгәрсен тыныслыҡ, иреклек һәм ышаныс символы булыуын һөйләгәндә кескәйҙәр ихлас, бирелеп тыңлап ултырҙы, аҙаҡ бергәләшеп ҡағыҙҙан күгәрсендәр эшләнек.

Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән һуғыш ҡаһармандарын онотмау  изге бурысыбыҙ икәнен балаларыбыҙ аңлап, белеп үҫергә тейеш. Ә бының өсөн, тәү сиратта, беҙ, өлкәндәр, яуаплы.

Ольга Ғәлиуллина, китапханасы.

Белорет районы, Шығай ауылындағы «Тамъян» моделле балалар китапханаһы.

 

Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в