Мөхәмәҙиә Әҡсән улы Яҡшыев 1928 йылда Йомағужа районының Түбәнге Таш ауылында тыуа. Әрмегә 1944 йылдың март айында алына. Ул Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ ҡалаһындағы хәрби училищела уҡый. 1945 йылдың июнь айында Германияға юллана. Ул снайпер була, хәрби складтағы яңы винтовкаларҙан атып ҡарап, һәр бер ҡоралға характеристика яҙа. Һуңынан аэрофото төшөрөүсе итеп ҡуялар.
Олатайым 1949 йылда ғына әрменән ҡайта. Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә ул Нөгөш урмансылығында бухгалтер булып эшләй. Сабира өләсәйем менән ете ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ҡарт олатайым Әҡсән Фәйзулла улы Яҡшыев 1910 йылда хәрби хеҙмәткә алынған икән. Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан. Германияла әсирлектә була, унан ҡотолғас, Ҡыҙыл Армияға алына. Шул сағында тиф менән ауырып китә, аҙаҡ инде көс-хәл менән тыуған яғына ҡайтып етә.
Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ишембай станцияһына ат арбаһында йөк ташый, һалдаттарҙы йөрөтә. Бер мәл һуғыштан яраланып ҡайтҡан яугирҙы йәлләп, сәкмәнен бирә. Шул ваҡытта һалҡын алдырып, ныҡ ауырып китеп, 1944 йылда вафат була.
Минең Сабира өләсәйем бар. Ул Ерек ауылында тыуған. Өләсәйемдең атаһы Ғөбәйҙулла Мөхәмәҙулла улы Назарғолов 1905 йылғы, ауылда беренсе тракторсы булған. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем колхозда бригадир булып эшләй.
Ҡарт олатайым 1942 йылда фронтҡа китә. Тик күп тә үтмәй, район военкоматына хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында ҡағыҙ килә. Өләсәйем биш балаһын – Сафиулла, Сабира, Сәхиулла, Нәжимә һәм Маратты бер үҙе ҡарап үҫтерә.
Минең бына шундай ҡаһарман олатайҙарым бар.
Хәкимә ЯҠШЫЕВА,
VI синыф уҡыусыһы.
Мәләүез районы,
Нөгөш мәктәбе.