Ҡартатайым Илеш районының Ҡәҙер ауылында тыуған. Уны Өфө моторҙар эшләү заводында эшләп йөрөгәндә хәрби хеҙмәткә алалар һәм Белоруссияның көнбайыш сик буйындағы часҡа ебәрәләр. Һуғыш башланған төндө ул нарядта иртәнге 4-кә тиклем ҡорал складында һаҡта торорға тейеш була. Көтмәгәндә немецтар һөжүм башлап, әсирлеккә эләгәләр. Концлагерҙа өс йылдан артыҡ аслы-туҡлы көн күрә. Тотҡонлоҡтоң михнәтле ғазабын татый.
1945 йылдың мартында үҙе менән бергә әсирлектә булған дүрт һалдат менән немец һаҡсыларынан ҡаса. Улар совет ғәскәрҙәренә барып ҡушыла. Берлинға яҡынлашҡанда ҡартатайым яралана. Госпиталдән 1945 йылдың июлендә генә сығаралар үҙен. Германияла бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң ғына ҡайтып төшә тыуған ауылына.
Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланғаны, әсирлектең михнәтле ғазабы тураһында әсенеп һөйләй ул.
– Һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтар өсөн Хоҙай миңә оҙон ғүмер бүләк иткәндер. Үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ. Иң мөһиме – ерҙә тыныслыҡ булһын! Һеҙгә һуғыш күрергә яҙмаһын, – ти 102 йәшлек ҡартатайым.
Алмаз ЗАРИПОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4 се мәктәп.