+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Еңеү – 77!
22 Май 2022, 10:25

Улар тыуған илде һаҡлаған

Һаумыһығыҙ! Мин Никита Бичурин булам. Быйыл Еңеү байрамын түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Сөнки мин Еңеү парадында ҡатнаштым. Һуғышта беҙҙең ғаиләнән ҡарт өләсәйем Мәрйәм Мөсин ҡыҙы Дебердеева һәм ҡарт олатайым Али Ибраһим улы Бичурин ҡатнашҡан.

Улар тыуған илде һаҡлаған
Улар тыуған илде һаҡлаған

Улар икеһе лә Пенза өлкәһендә тыуған. Мәрйәм өләсәйемдең атаһы буҫтау фабрикаһында эшләгән, Али олатайымдың атаһы улар өсөн ауылдан-ауылға йөрөп, һарыҡ йөнө, тиреһе йыйған. Ике ғаилә лә күп балалы булған. Үҙ тырышлыҡтары менән донъя көткәндәр. Баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтергәндәр, мал-тыуар аҫрағандар.
Шуныһы аяныслы: ҡарт өләсәйем менән ҡарт олатайымдың ғаиләләрен һөргөнгә ебәрәләр. Али олатайым әсәһенең аяғынан итеген һалдырып алғанды гел илай-илай һөйләгән. Уларҙы бөтә балалары менән бергә поезға ултыртып, Урал аръяғына ебәргәндәр. Туғандарымдың һүҙҙәренә ҡарағанда, унда казармала йәшәгәндәр һәм торфяниктарҙа эшләгәндәр. Ныҡ ауыр ваҡыттар булған – аслыҡ, яланғаслыҡ, түбәнселекле тормош шарттары. Күп йылдар үткәс, Али олатайым тыуған ауылына ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған йортон таба алмай. Ул ауылды урап сыға һәм бер ярлы ғына кейенгән, салбарҙары йыртылып бөткән бабайҙы осрата. Теге әҙәм уны таныу менән илай башлай һәм теҙләнеп ғәфү үтенә. Олатайым кибеткә инеп, уға салбар һатып ала.
– Был кем? – тип һораусылар­ға:
– Минең палач, – тип яуап би­рә. Был әсәһенең итеген һалдырып алып ҡалған кеше була.
Утыҙынсы йылдарҙың башында Дебердеевтарҙың һәм Бичуриндарҙың ғаиләләре Туймазы районына күсенеп килә. Ә 1939 йылда Мәрйәм менән Али өйләнешә. Олатайымды 1940 йылдың 10 мартында армияға алалар. Ул 332-се артилерия полкында тәьмин итеү буйынса рота старшинаһы булып хеҙмәт итә. Һуғыш ҡырында күпте күрә олатайым. Тик йәш егеттең йәшәү теләге бик көслө була. Яралана. Аяғына мәңге хәтирә булып, снаряд ярсығы кереп урынлаша. Шул тимер киҫәге менән ғүмер буйы йәшәй. Ул күп ми­ҙалдар менән бүләкләнгән. Фронтовик Али Бичурин өйөнә 1947 йылда ғына ҡайтҡан. Ул Берлинғаса барып еткән, Польшаны, Белоруссияны, Румынияны азат итеүҙә ҡатнашҡан.
Али ҡарт олатайым һуғышҡа киткәс, Мәрйәм өләсәй өйҙә ҡала. Ә 1942 йылда уны ла фронтҡа алалар. Өләсәйем менән Туймазы районынан һу­ғыш­ҡа егерме һигеҙ ҡыҙ ки­тә. Уларҙы Чка­лов ҡала­һындағы хәрби училищеға ебәрәләр. Ҡыҙҙар тиҙләтелгән зенитсы-пулемётсы курстарын үтә.
Шулай итеп, 1942 йылдың 12 майынан башлап Мәрйәм Дебердеева 76-сы инженер-аэродром батальонында рядовой булып хеҙмәт итә. Унда гел ҡыҙҙар ғына була. Улар аэродромдарҙы һаҡлай. Мәрйәм Мөсим ҡыҙы зенитсы итеп тәғәйенләнә. Әллә нисә көн ашамай-эсмәй, йоҡламай һуғышыр­ға тура килә. Шинель кейеп, һал­ҡын землянкала серем итеп алыу ҙур шатлыҡ була. Нисек кенә ауыр булһа ла, һынатмай­ҙар. Улар бик күп дошман самолёттарын бәреп төшөрә. Мәскәүҙе ҡыйыу һаҡлайҙар.
Ҡарт өләсәйем үҙенең яуҙа булған саҡтары тураһында һөйләргә яратмай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын батырлыҡ тип һанамай. Һуғыш ваҡытында Мәрйәм Дебердеева бер мәртәбә лә йәрәхәтләнмәй. Яуҙағы батырлығы өсөн ул күп миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнә.
Мин ҡарт олатайым менән ҡарт өләсәйемдең батырлыҡтарын бер ҡасан да онотмайым. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.

Никита БИЧУРИН, III «Б» синыфы уҡыусыһы.

Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Улар тыуған илде һаҡлаған
Улар тыуған илде һаҡлаған
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в