Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Минең ҡарт олатайым Ғабдулхай Сәлих улы Асҡын районы Билгеш ауылында 1918 йылдың 9 майында тыуған. Бала сағы бик ауыр осорға тура килә. Ун йәшенән колхозда эшләй башлай. Ул бәләкәйҙән үк ат ярата. Шуға колхоз эштәрен дә гел ат менән башҡара. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Ике йыл хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына ҡайтырға ғына торғанда, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ҡарт олатайымды шунда уҡ Япония сигендәге Маньчжурия ҡалаһына ебәрәләр.
Аҙаҡ инде ул Башҡорт атлы дивизияһында артиллерист булып яуға инә. Ҡарт олатайым һуғышта яҡын дуҫы – аты менән утты ла, һыуҙы ла батырҙарса бергә кисә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1943 йылда һуғыш яланында олатайым аты менән тәрән траншеяға ҡолап төшә. Үҙе сыға ала, ә бына яҡын дуҫын ҡотҡара алмай. Олатайым бик ҡайғыра, ләкин бирешергә ярамай. Алға, тик алға! Уға икенсе ат бирәләр. Ул шунда уҡ яңы дуҫы менән уртаҡ тел таба һәм Бөйөк Еңеүгәсә бергә булалар.
Ғабдулхай Сәлих улы Еңеүҙе ҡаршы алып та өлгөрмәй, япондар менән һуғыш башлана. Ҡарт олатайыма уларға ҡаршы һуғышырға ла тура килә. Ҡайҙан алды икән шул ҡәҙәр көс, түҙемлек, сабырлыҡ? Тыуған иленә, туған халҡына шул ҡәҙәр һөйөүе көслө булғандыр, күрәһең.
Шулай итеп, ҡарт олатайым япон һуғышында ла батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдар менән бүләкләнеп, 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Ауылында ул ең һыҙғанып эшкә тотона. Һуғыштан һуңғы бик ауыр йылдар була. Ләкин халҡым бирешмәгән, Тыуған илебеҙҙе төҙөкләндерергә, аяҡҡа баҫтырырға бөтә көсөн һалған.
Әсәйем һөйләүенсә, ҡарт олатайым бал ҡорттары үрсеткән, мал-тыуар тотҡан һәм ғүмере буйы колхозда бригадир булып эшләгән. «Ҡарт олатайым бал айыртҡан көндө бөтә бала-саға йыйыла ине. Ә ул беҙҙе бал менән һыйлай ине», – тип һөйләй әсәйем. Шундай изге булған уның күңеле.
Мин үҙемдең батыр ҡарт олатайым менән сикһеҙ ғорурланам. Беҙ, яңы быуын балалары, бөгөнгө рәхәт тормош, зәңгәр, тыныс күгебеҙ өсөн уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Бер ҡасан да илебеҙҙә ҡот осҡос һуғыштар булмаһын! Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ! Илдәребеҙ тыныс, имен булһын!
Рәхмәт һиңә, олатайым,
Зәңгәр, тыныс күгем өсөн!
Рәхмәт һиңә, олатайым,
Өҫтәл тулы ризыҡ өсөн!
Тамерлан ЗАРИПОВ, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.
Фото: juzhnoe.ru