Ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем «Будённый» колхозында бригадир булған. Үҙен ҡырҙа эшләп йөрөгән еренән яуға алып китәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1942 йылдың мартында хәбәрһеҙ юғалған. Әбделмән ҡарт ҡартатайымдың бер туған ҡустыһы Әғзәм ҡарт олатайым да һуғышта ҡатнашҡан. Фашистар илебеҙгә баҫып ингәндә уға 18 йәш кенә, Темәс педучилищеһының III курсында уҡып йөрөгән сағы була. Ҡыйыу егет үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Күп тә үтмәй, уларҙы кире ҡайтаралар. «Уҡыуығыҙҙы бөтөрөгөҙ», – тип әйткән маршал Ворошилов. Ҡайтҡас, ауылдаштарына: «Күҙ асҡыһыҙ пулялар ямғыры яуа, баш күтәрергә лә ирек юҡ. Ике һалдатҡа – бер мылтыҡ, берәүһе йығылһа, ҡорал икенсеһенә күсә», – тип әсенеп һөйләгән ҡарт олатайым.
Дүрт ай уҡығас, кире һуғышҡа алып китергә саҡыралар. Шунда ул әсәһенә – минең ҡарт инәйемә: «Донъя хәлен белеп булмай, һөйләшеп йөрөгән ҡыҙыма өйләнәм дә һиңә иптәш итеп ҡалдырам», – тип белдергән. Ысынлап та, ҡарт олатайым ауылдағы һылыу ҙа, эшкә сос та, иң уңған Миңзада исемле ҡыҙ менән сәстәрен сәскә бәйләй. Ни бары бер көн генә бергә йәшәп ҡалалар. Иртәгеһенә һуғышҡа китә, йәш кәләше Баймаҡтан оҙатып ҡалған. Ул 832-се артиллерия полкында артиллерист булып һуғышҡа инә.
«Хәтер» китабындағы мәғлүмәт буйынса 1944 йылдың 11 октябрендә ҡаты яраларынан госпиталдә вафат була. Ә бына «Халыҡ хәтерендә» сайтында ошондай яҙыу бар: «Агзам Зайнуллович Исяндавлетов, 1923 г.р, ст. сержант. Латвиялағы Хутор Вец – Бисми туғандар ҡәберлегендә ерләнгән».
Уның һуғыштан яҙған ҡәҙерле бер хаты ла һаҡлана. Был ҡомартҡы хатты тотоп ҡараған һайын ҡарт олатайым күҙ алдына килеп баҫа...
Мин үҫкәс, атайым, ҡартәсәйем менән Латвия еренә барып, ҡәберенә тыуған еренән алынған тупраҡ һалырға хыялланам. Донъялар ғына имен торһон!
Ирхан ТАҺИРОВ,
III синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Аҡморон мәктәбе.