-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
23 Март 2021, 16:30

Үтегегеҙ йәбешһә

Ҡайһы саҡ үтек нығыраҡ ҡыҙып китеп, туҡыманы йәбештерә башлай. Уны таҙарта торған нәмә һәр ваҡытта ла өйҙә булмай бит әле.

Был осраҡта ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланырға мөмкин.
Мәҫәлән, теш пастаһы: үтектең һалҡын табанына, проблемалы урындарына уны һылағыҙ. Шунан һуң таҙа сепрәк менән һөртөп алаһың да токка тоташтырып, биш минут тирәһе берәй кәрәкмәгән иҫке туҡыманы үтекләйһең.
Сода. Уны һыу менән тигеҙ күләмдә ҡушып, махсус паста яһарға кәрәк. Сепрәккә һалып, һыуыҡ үтектең табанын шуның менән ышҡыйһың. Икенсе таҙа туҡыма менән ҡоротоп алғас, үтекте ҡабыҙып, пар ебәрергә кәрәк булыр. Был паста ҡалдыҡтарын пар тишектәренән сығарыу өсөн мөһим.
Тоҙ. Таҫтамалға бер аш ҡалағы тоҙ һалығыҙ. Ул эрерәк булған һайын яҡшыраҡ. Үтекте ҡыҙҙырып, иң юғары температураға көйләгеҙ. Пар ебәрегеҙ ҙә үтеккә һаҡ ҡына баҫып таҫтамалды үтекләгеҙ. Көйөп йәбешкән киҫәктәр шунда уҡ тоҙға йәбешеп төшәсәк. Шәп кәңәштәрме, ә?
Фото: chistolab.ru
Читайте нас: