+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Июнь 2021, 14:58

Һипкелле – һөйкөмлө

Шулай тиһәләр ҙә, күп ҡыҙҙар биттәрендәге был нөктәләрҙе яратмай.

Ә яҙ етеп, ҡояш йылы нурҙарын һибә башлау менән һылыуҡайҙарҙың ҡыш буйы ағарып, күренмәй торған һипкелдәре яңынан килеп сыға.

Әгәр был һеҙгә оҡшамаһа, алданыраҡ уларҙы булдырмау сараһын күрергә кәрәк. Иртә яҙҙан ҡояш нурҙарынан һаҡлаусы крем һөртөгөҙ. Составында спирт булған бит таҙартҡыстарҙы бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Сөнки улар тирене киптереп, һипкелдәрҙең тағы ла күбәйеүенә килтерә.

Өй шарттарында битегеҙҙе бер аҙға булһа ла ағартырға теләйһегеҙме? Улайһа, көн дә әсегән һөт йә ҡаймаҡты 20 минутҡа һөртөгөҙ. Был һөҙөмтәле ысулдарҙың береһе һанала. Бәпембә, ромашка, андыҙ, петрушка үләндәренең һарҡындыһы менән таҙартһағыҙ ҙа файҙаһы тейер. Һипкелегеҙ бөтөнләй үк бөтмәһә лә, күренмәйерәк ҡалыр.

Бананды иҙеп, уны 25 минутҡа битегеҙҙә тотоғоҙ, һуңынан үлән төнәтмәһе менән һөртөп алығыҙ. Һәр кемдең тиреһе үҙенә генә хас тәрбиә талап иткәнен дә онотмағыҙ.

Фото: za.pinterest.com



Читайте нас: