+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
30 Июнь 2021, 14:05

Макияж яһай беләһеңме?

Бер генә ҡатын-ҡыҙ ҙа макияжһыҙ йөрөмәйҙер ул хәҙерге заманда. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ әле макияж төрҙәре менән танышып китәйек.

Тәбиғи макияж – биттә косметика юҡ кимәлендә, тиһәң дә була. Бер аҙ пудра, тушь, ирендәргә тәбиғи төҫтәге ялтырауыҡ ҡына һөртөргә кәрәк. Әлеге макияжды, кәрәк булһа, бик тиҙ генә киске, гламур байрам макияжына үҙгәртергә була.
Романтик макияж – бында нәфис буяуҙар, алтынһыу, көмөш төҫтәге тондар, алһыу төҫ ҡулланырға кәрәк булыр. Сер итеп кенә әйтәбеҙ, был төр макияж ғашиҡ итеү көсөнә эйә.
Эшлекле макияж – бында инде артыҡ күренеп тороусы асыҡ төҫтәрҙән баш тартырға, бары пастель тонды ғына ҡулланырға тура килер. Әлеге макияж тыйнаҡ һәм шул уҡ ваҡытта бик ышаныслы булырға тейеш. Ғәҙәттә, уны көндәлек эш урындарына барғанда яһайҙар.
Киске макияж – иҫегеҙҙә тотоғоҙ: акцент йә күҙҙәргә, йә ирендәргә яһалырға тейеш:
Ирендәргә булғанда, керпектәргә – тушь, ә буяуҙарҙың тоноғораҡ төҫтәрен һайларға. Ирен помадаһы, киреһенсә, бик асыҡ булырға мөмкин. Ирен буяғысты дөрөҫ һайлау был юлы бик ҙур роль уйнай.
Күҙҙәргә акцент яһағанда, төрлө төҫтәге тендәрҙе эшкә егергә була. Улар ярҙамында серле, хисле, ҡырағай образдар ҙа тыуҙырырға мөмкин. Ә ирендәр инде, киреһенсә, күренеп тормаған тоноҡ йә иһә нейтраль ялтырауыҡ менән генә буяла.
Гламур макияж – керпектәр оҙон, ирендәр төҫлө, күҙ ҡабаҡтары ялтырауыҡ булырға тейеш. Алтынһыу төҫтәр - асыҡ-һарғылт сәсле ҡыҙҙарға, ә бронза төҫө ҡара сәслеләргә килешә. Гламур макияждың нигеҙе – күҙҙең эске мөйөшөнә ҡарай һөртөлгән ҡараңғы төҫтәге тень. Ә ялтырын бөтә күҙ ҡабағына, ҡаш аҫтына йә күҙ мөйөштәренә төшөрөргә була.
Ҡәҙерле гүзәл заттар, хәҙер инде һеҙ ниндәй төҫтәр һайларға, косметиканы нисек файҙаланырға ла өйрәндегеҙ. Тыуған көндәргә, төрлө кисәләргә барғанда иренегеҙҙе, күҙегеҙҙе матур итеп буяу бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ, шулай бит.
Фото: mysekret.ru
Читайте нас: