+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
1 Сентябрь 2021, 14:25

Көн дә алма ашағыҙ

Алма тәмле аҙыҡ ҡына түгел, ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы яҡшы дауалау-профилактика сараһы ла.

Көн дә алма ашағыҙ
Көн дә алма ашағыҙ

Халыҡ медицинаһында шешенгәндә, склероз менән яфаланғанда, бөйөрҙәрҙә таш булғанда, һимергәндә, яралар оҙаҡ төҙәлмәгәндә даими рәүештә алма ашарға тәҡдим ителә.
Алмалағы пектиндар матдәләр алмашыныуына, организмдағы ауыр металдарҙың тоҙҙарын, радионуклеидтарҙы сығарырға ярҙам итә. Алмала 11 төр витамин бар. Ә Башҡортостанда үҫтерелгән алмаларҙа С витамины күберәк.
Алма ашау ҡандағы холестериндың кәмеүенә, атеросклероз булдырмауҙа, эсәктәрҙең микрофлораһын яҡшыртыуҙа, насар үҙләштерелеүсе аҙыҡты тарҡатыуҙа ярҙам итә. Был емеш майҙарҙың организм тарафынан үҙләштерелеүенә ҡаршылыҡ күрһәтеп,  артыҡ шыйыҡлыҡтың организмдан сығарылыуына ла булышлыҡ итә.
Алманың организм өсөн ни тиклем файҙалы икәнлеген хәҙер белдегеҙ инде. Баҡсағыҙҙа алма үҫә икән рәхәтләнеп һыйланып ҡалығыҙ.

Фото: znatprovse.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: