+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
«Уҡытыусы. Остаз»
3 Февраль 2023, 15:15

Уҡытыусы һәм остаз йылы айҡанлы бәйгелә ҡатнашығыҙ!

2023 йыл илебеҙҙә Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы  «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите лә бәйге иғлан итә.

Февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Шуға ла был айҙа мәғариф өлкәһендә эшләгән ир-егеттәргә күберәк иғтибар бүлмәксебеҙ. Һәр белем усағында маҡтауға лайыҡ уҡытыусылар байтаҡ. Улар тураһында республика халҡы ла белһен әле, дуҫтар! Беҙгә үҙ эшен һәм  балаларҙы яратҡан,  киң эрудициялы, дәресен мауыҡтырғыс итеп үткәргән алдынғы  уҡытыусылар, түңәрәк етәкселәре, остаздарығыҙ тураһында яҙып ебәрегеҙ. Яратҡан педагогығыҙ тураһында мәғлүмәтте һәм уның фотоһын #уҡытыусыостазйәншишмә тигән хэштег ҡуйып, «конкурс» тип яҙып, «Йәншишмә» гәзитенең «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөнә vk.com›club45440006  йәки электрон адресына ебәрегеҙ.  Бер минутлыҡ ҡына видео һәм мәғлүмәт булһа, тағы ла яҡшыраҡ.  

Шулай итеп, февралдә һеҙҙән педагог ир-егеттәр тураһында хаттар һәм видеолар көтәбеҙ.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам иткән март айында иһә мәғариф өлкәһендә эшләгән өлгөлө гүзәл заттар тураһында акция ойошторорбоҙ.

Яратҡан педагогтарығыҙ тураһындағы матур яҙмалар гәзиттең сайтында, «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә һәм «Йәншишмә» биттәрендә донъя күрәсәк. Тауыш биреү ысулы менән еңеүселәрҙе лә билдәләрбеҙ. Иң күп "лайыҡ" йыйған яҙма авторҙары - редакцияның Почёт грамоталары, геройҙары иһә Рәхмәт хаттары менән  бүләкләнәсәк.

Фото: Хаят Йәрмөхәмәтова һүрәте.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: