+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
26 Июнь 2021, 11:19

Ҡунаҡ бәрәс

Хикәйә– Миләш, мин бер сәғәттән ҡайтып та етәм, ишетәһеңме? Бер сәғәт ул күп түгел!..

– Апай, оҙағыраҡ йөрөп ҡайтһаң да була. Мин тик кенә ултырып торам.

– Юҡ, яңғыҙыңды ҡалдырырға ҡур­ҡам. Әйҙә, һине күршеләрҙә ҡалдырам.

– Апайым, апаҡайым! Зинһар, мин өйҙә ҡалам. Ҙурмын бит инде хәҙер!

– Тышҡа сыҡмаҫһыңмы?

– Юҡ.

– Эш боҙмаҫһыңмы?

– Юҡ.

– Өйҙө туҙҙырмаҫһыңмы?

– Юҡ.

– Эй, үҫкәнем минең!

Наилә һеңлеһен ҡосаҡлап уҡ алды. Уға тиҙ генә йомош менән күрше ауылға барып килергә кәрәк. Әсәһе менән атаһы иртән үк эш буйынса район үҙәгенә китте. Ҡыҙҙар өйҙә икеһе генә ҡалды. Наилә ҙур инде, быйыл уҡыуҙы тамамлай. Шуға эш тә боҙмай. Уға стеналарға һүрәт төшөрөү, шкафтарҙағы һауыт-һаба, ярмалар менән уйнау күптән ҡыҙыҡ түгел. Әсәй менән атай­ҙың әйткәнен дә тыңлап ҡына йөрөй. Үҙе уҫал, талапсан. Өйҙө әҙ генә туҙҙырырға ла ярамай, күреп ҡалыу менән, йыйыштыр, ти башлай... Әйтерһең, өйҙә хужа инде. Миләш шуға ла уның тиҙерәк сығып китеүен көтә. Юҡ, эш боҙорға уйлауҙан түгел, үҙенең дә өйҙә хужа кеүек йөрөгөһө килә. Рәхәт бит: берәү ҙә һиңә бер ни ҙә әйтмәй, әрләмәй ҙә.

Наилә апаһы, ошолар менән уйна, тип иҙән уртаһына әллә күпме уйынсыҡтар теҙҙе. Бер нәмәгә лә теймә, тышҡа сыҡма, тип ҡат-ҡат киҫәтте. Шунан һуң ғына сығып китте.

Ул ишектән юғалыуға Миләш: «Уф-ф-ф...» – тип еңел тын алды. Уйынсыҡтарын аша атлап ҡына уҙҙы. Диванға барып ултырҙы. Телевизорҙы тоҡандырып, тауышын бар көсөнә асты. Кухняға сығып, стаканға һыу ҡойоп алды. Уны эсә-эсә тәҙрә төбөнә килде. Шул ваҡыт күҙенә тышта һикерәңләгән бәрәс салынды. Ул да, ана, яңғыҙ, нимә эшләргә белмәй. Их, тышҡа сығырға ярамай, юҡһа икеһе уйнар ине. Миләштең башына бер уй килде: уның үҙенә сығыр­ға рөхсәт итмәһәләр ҙә, бәрәсте өйгә индерергә ярамай, тип әйтмәнеләр бит әле! Ҡулындағы стаканын телевизор алдына ҡуйҙы ла Миләш тышҡа атылды. Икәүләп уйнарҙар, эш боҙмаҫ, эй, апаһы ҡыуаныр инде!

Ҡыҙыҡай кәзә бәрәсен саҡ һөйрәп индерҙе. Бәрәскәй инде лә өй буйлап сабып та китте. Миләш уның артынан ҡыуа төштө.

– Туҡта! Туҡта, тейем мин һиңә! – тип ҡысҡырҙы үҙе. – Мин бит һине ҡунаҡҡа алып ҡайттым! Хәҙер үҙеңә концерт ҡуям, йырҙар йырлайым. Кил, ошонда диванға ултыр! Аҙаҡ үҙеңде тәмлекәстәр менән һыйлармын...

Миләш уны эләктереп алып, диванға ултыртырға маташты. Бәрәскәй бөтөнләй тыңламаны, өй буйлап сабыуын белде. Дивандар буйлап йүгерҙе, ултырғыстарға һикереп менде, Миләштең иҙәндәге уйынсыҡтарын тапап уҙҙы. Шулай ҡыуыша торғас, бәрәс телевизор алдына һикереп менде. Тояғы менән Ми­ләш ултыртҡан стаканды этеп ҡолатты. Һыу телевизор эргәһен­дә ултыр­ған стабилизаторға түгелде. Ә ул «п-ш-ш» итте лә шарт итеп ҡалды һәм шул урында төтөн күтәрелде. Кәзә бәрәсе ҡурҡышынан «бә-ә-ә» тип әсе ҡысҡырып, һикереп төшөп китте. Миләштең аптырауҙан һәм ҡур­ҡыштан күҙҙәре дүрт булды. «Һуғыш башланды!» – тигән уй телеп үтте уның мейеһен.

– Бәрәскәйем, әйҙә! – тине лә тышҡа сығып йүгерҙе. Урамында йөрөгән күршеһенә еткерҙе был хәбәрҙе:

– Инәй! Беҙҙә һуғыш башланды! Унда, өйҙә, атышалар!

Ниндәй һуғыш булырға мөмкинлеген күршеһе шунда уҡ аңлап алды. «Уй-й-й!..» – тине лә Миләштәрҙең өйөнә йүгерҙе.

Тиктормаҫ ҡыҙыҡайҙың шуҡлығы арҡаһында ҙур бәлә килеп сыға яҙҙы шулай. Ярай әле күрше инәй яҡында ғына булған! Шунан һуң Миләш, өйҙә бер үҙем ҡалам, тип өндәшмәне. Уйындан уймаҡ сығырға мөмкин икәнен аңлағайны инде ул...

Гөлнара МОСТАФИНА.
Читайте нас: