+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
7 Июль 2021, 14:52

Тәмәке тартмайыҡ!

Тәмәке тигәнгә Тимерғәле тимерлектә тилмерә, ти, тилерә, ти. Ташла, ташла, тигән Туҡмасбикәне тыңламай, ти…

Тәмәке тартмайыҡ!
Тәмәке тартмайыҡ!

Тимерғәле тәмәке тартыуын тәүлекләп тиҙәйтә, ти. Тимерғәле, Туҡмасбикә тағы талаштылар. Туҡмасбикә тәмәкеләрен тишеккә төшөрә. Тишеккә төшөргән тәмәкеләре терелгән, ти. Терелеп, Тимерғәлене төшөндә төндән таңғаса тилертәләр, ти. «Тартма!» – тип тиргәп, туҡмап, төрткөләп, тешләп, типкеләп теңкәһенә тейәләр, ти. Туҡмасбикәңде тыңла, тартыуыңды ташла, тәмәкенән тартыл, тыйыл, тип тиргәй, ти, теге тәмәкеләр. Тыйылмаһаң, Туҡмасбикәңә табылыр тағы тормош тотҡаһы, тиҙәр, ти.
Тәмәкеләрен тыңламаны, ти, Тимерғәле. Төнөн төшөрөп, тилереп, ташланған, ти, тимер «Тойота»­һына. Тәмәкегә тилмергән Тимерғәле тиҙлеккә төрттө. Тик тормош тәмен татыманы Тимерғәле...
Тәмәке төтөнө тереләрҙе тотош түбәнгә, тамуҡҡа төшөрә, тормошто тамамландыра, туҙанландыра. Тартмайыҡ! Таҙа торайыҡ!

Ләйзә МӨХӘМӘТҒӘЛИНА.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: