+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хикәйәләр
23 Август 2021, 10:30

Иң еңел спорт

Хикәйә

Илһам спортсы булырға ҡарар итте. Кисә телевизорҙан күрҙе: олимпиадала миҙал яулаған ағай-апайҙарға президент ордендар таҡты, машина ас­ҡыстары тапшырҙы. Унан саҡ ҡына алдараҡ аэропортта сәскәләр тотоп ҡаршыланылар, хатта ҡайһы берәүҙәрен күккә сөйөп-сөйөп алдылар. Вәт, рәхәт, вәт, хөрмәт спортсыларға!Теләген олатаһына әйтте. Ата-әсәйенә өндәшеүҙән файҙа юҡ – мәңге бушамайҙар. Ә олатаһымы… Ул, ғәҙәттә, тәүҙә иғтибарлап тыңлай, унан берәй аҡыллы кәңәшен бирә.Был юлы ла шулай булды.– Спортсы, тәк спортсы. Һинең йәшеңдә малайҙарға иң нығы футбол оҡшай торған. Бөгөн ҡайҙа йөрөүе ҡулайыраҡ булырын шылтыратып-маҙар белешеп ҡуйырмын. Күнекмәләр теҙмәһен белгәс тә барырбыҙ, – тине һалмаҡ ҡына тауыш менән. Киттеләр иртәгеһенә стадионға. Туп типкән үҙе буйы ғына малайҙарҙы күреп күҙе янды Илһамдың. Олатаһының: «Туҡта-туҡта…» – тигәненә ҡолаҡ та һалмай майҙансыҡ уртаһына йүгерҙе. Биш минут та үтмәне, үсеккән төҫ менән кире килде. – Нимә булды, улым? – тине борсолоп олатаһы.– Эй, ней туп бирмәйҙәр, ней аяҡҡа тибәләр. Оҡшамай миңә бында, ҡайттыҡ.– Йә инде, улай ғына була торған. Футбол – ысын ир-егеттәр уйыны. Әҙ-мәҙ сыйыл­ған, күгәргән урындар бүстәк бит ул, – тип йыуатты оло ке­ше.– Юҡ, бүтән төрлө спорт менән шөғөлләнәм. – Үҙ һүҙен бирмәне малай.Ике көндән олатаһы Илһамды өйҙәренән алыҫ түгел спорт мәктәбенә алып китте. Бында каратэ буйынса махсуслашҡандар икән. Зал тулы малай, араларында ҡыҙҙар ҙа күренә. Парлашып бер-береһе менән көс һынашып йөрөйҙәр. Дәғүәселәренә һуҡҡан һайын: «Йа!» – тип ят өндәр сығарып-сығарып алалар.Илһамға бигерәк тә кейемдәре оҡшаны уларҙың. Ҡыҫҡа ғына аҡ халатты кемдер – һары, кемдер йәшел билбау менән быуып алған. Барыһы ла аҡ ыштандан, ялан аяҡ.– Ҡалам!– Сабыр ит, улым. Һиңә кимоно алыр кәрәк бит тәүҙә, – тине олатаһы, теге кейемде ҡолаҡҡа ят сәйер исем менән атап.Ай-вайына ҡарамай, шул мәлендә үк кимоно таптырҙы малай. Олатай кеше, бындай ҙур теләкте күреп, ҡыуанып ҡуйҙы.Таптылар үҙенә яраҡлы кейемде. Иртәгеһенә үк күнекмә­гә ашыҡтырҙы Илһам. Ашҡынып залға инеп киткәйне, күп тә үтмәй, илап килеп сыҡты.– Әй, әттәгенәһе, тағы нимә булды? – олатай ейәнен тымыҙа алмай өтәләнде.– У-у… унда ныҡ итеп ҡулыма, башыма һуҡтылар, түшемә төрт… төрттөләр, – Илһам һулҡылдапмы һулҡылданы.Тағы уңмай ҡайттылар. Шулай ҙа малай уйынан дүнмәне. Ә олатай күндәм генә ейәнен сираттағы секцияға алып китте.Баҡһаң, бассейнға килгәндәр икән. Балыҡтай йөҙгән-сумған малай-ҡыҙҙарға ҡыҙығып ҡарап торҙо Илһам. Улар кеүек булыу теләге тыуҙы.Тик бына йөҙә генә белмәй шул ул. Бәлә юҡ, анау инструктор тигән ағай өйрәтә икән. Ниһайәт, эш бешә былай бул­ғас!Ләкин Илһам биш минуттан да, ярты сәғәттән дә, бер сәғәттән дә йөҙөргә өйрәнә алманы. Күрһәткәндәрен ҡабатлап, ҡулдары менән һыуҙы ишеп, аяҡтары менән йәнтәслим шапылдатыуҙары бушҡа булды. Киреһенсә, һыу ҡолаҡ-танауына инеп сәсәтте, күҙҙәрен әсеттер­ҙе. Тәмһеҙ, һаҫыҡ нәмәкәйҙе хатта эсеп алырға ла тура килде.Хәле бөтөп, баҫҡыстан бассейн ситенә күтәрелде ул. Олатаһы, аңлап:– Ярай, ярай, Мәскәү ҙә бер көндә төҙөлмәгән, – тине.Әммә Илһам күҙ йәштәренә төйөлөп:– Булмайым мин йөҙөүсе! – тип ҡысҡырҙы.– Атаҡ-атаҡ, үҙең спортсы булам тип тәҡәтте ҡоротаһың даһа. Мин һине көсләп йөрөтәмдер шул. – Олатаһы үпкәләп ҡуйҙы.– Барҙыр бит инде шунда берәй еңелерәк спорт. Эҙлә! Тап! – тип ҡарышты малай.– Ярай, тырышырмын, – шулай тиергә генә ҡалды ҡарт кешегә.Шәмбе етте. Иртән Илһамды олатаһының көр тауышы уятты:– Тор, улым, мин һиңә шәп спорт төрө таптым. Аяғың да имгәнмәй, ҡулың да ауыртмаясаҡ, ҡолағыңа һыу ҙа инмәйәсәк. Әйҙә, тиҙерәк бул. – Был һүҙҙәргә ҡыҙыҡҡан малай йә­һәт кенә кейенеп, арлы-бирле ҡапҡылап алды ла хыялына ҡаршы ашыҡты.Ҡала буйлап тәүҙә – автобус­та, аҙаҡ йәйәү барҙылар. Бер мәл ике ҡатлы бина алдын­да туҡтанылар. Олатаһы ҡәнәғәт йөҙ менән:– Бына, улым, иң хәүефһеҙ спорт төрөнә ошонда өйрәтәләр инде, – тине.«Ух! Туп менән уйнайҙармы икән бында, әллә сәкән һуғалармы? Бәлки, ҡылыс-маҙар менән алышаларҙыр?» Илһам уйлап бөтөрмәне, ҡарашы ишек башындағы яҙыуға төштө. Ул ҡысҡырып ижекләп: «Шах-мат… шаш-ка клу-бы», – тип уҡыны. Уҡыны ла ғәжәпләнеүҙән күҙҙәрен ҙур асып олатаһына төбәлде.Олатаһы мут йылмайып, әйҙә, тигән кеүек ымланы ла эскә инеп тә китте. Илһамға башын эйеп, шым ғына уның артынан эйәрергә тура килде.

Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: