-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
25 Август 2021, 12:08

Кешегә соҡор ҡаҙыһаң...

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай.

Кешегә соҡор ҡаҙыһаң...
Кешегә соҡор ҡаҙыһаң...

Уларҙың Буранбай исемле улдары булған. Бер көндө бабай улы менән урманға киткән. Уларға эттәре Аҡтырнаҡ та эйәргән.
Утын әҙерләп бөткәнсе, кис еткән. Ҡайтырға сыҡҡас, ҡараңғыла юлдан ситләшеп аҙашҡандар, ти, былар. Өҫтәүенә, утын йөкмәгәндәр. Бара торғас, ағастар араһында ултырған бәләкәй генә өйҙөң тәҙрәһенән төшкән утты күреп ҡалғандар. Шул яҡҡа йүнәлеп, өйгә ингәндәр.
Унда бер кем дә булмаған. Бабай: «Ошонда ҡунайыҡ, таң менән юлға сығырбыҙ», – тигән. Буранбай ризалашҡан.
Көн буйына эшләп арығас, баштары мендәргә тейеүгә үк йоҡлап киткәндәр. Иртән уянһалар, өйҙә бер бәләкәй генә әбей ултыра икән. Ул юлсыларҙан:
– Һеҙ кем булаһығыҙ? Бында нисек килеп сыҡтығыҙ? – тип һораған.
Былар барыһын да һөйләп биргәндәр. «Утынығыҙҙы миңә ҡалдырһағыҙ, юлды күрһәтермен», – тигән әбей.
Әлбиттә, бабай менән улы ризалашҡан. Аҙаҡ юлға сыҡҡандар, ти. Бара торғас, яҙа баҫҡандар ҙа бер соҡорға төшөп киткәндәр. Бабай менән Буранбай тамам борсолоуға төшкән. Шунда әбей былай тигән:
– Әйҙә, бер-берегеҙҙең яурынына баҫығыҙ ҙа мине сығарығыҙ. Шунан һеҙгә ярҙам итермен.
Тегеләр шулай эшләгәндәр. Әбей соҡор­ҙан сыҡҡас:
– Хәҙер арҡан килтерәм, – тип ҡайтып киткән.
Кис еткән, әбей юҡ та юҡ икән. Тик шунда ғына алданғандарын аңлайҙар. Ҡайғырып ултыра торғас, эттәре Аҡтырнаҡ телгә килә:
– Әйҙә, мине өҫкә сөйөгөҙ. Мин һеҙгә әбейҙе табып килтерермен, – ти.
Бабай менән Буранбай маъмайҙың зирәклегенә ҡыуанып, әйткәнен үтәйҙәр. Ә Аҡтырнаҡ тап әбейҙең өйө тапҡырына килеп төшкән, ти. Эт әбейҙең аяғынан тешләп, һөйрәтеп тигәндәй тегеләр янына алып килгән. Арҡан алырға ла онотмаған.
Әбей менән эт тәүҙә – Буранбайҙы, аҙаҡ өсәүләп бабайҙы өҫкә һөйрәп мендергәндәр. Эш бөткәс, әбейҙең аяғы тайып йәнә соҡорға төшөп киткән, ти.
Бабай бәләгә тарыған әбейгә ҡарап:
– Бына шулай була ул! Кешегә яманлыҡ теләһәң, үҙ башыңа төшөр, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халыҡ! – тигән. Әммә нисек кенә йәне көйһә лә, уға соҡорҙан сығырға ярҙам иткән. Әбей үҙенең ҡылығынан ныҡ оялған, ғәйебен таныған. Хатта утындарын киренән барып алырға ҡушҡан.
Буранбай менән бабай шулай иткәндәр ҙә. Әбей менән һәүетемсә хушлашып ҡайтып киткәндәр.

Розалиә ХИЛАЖЕТДИНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: