+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
29 Август 2021, 14:15

Урманға сәйәхәт

Хикәйә

Урманға сәйәхәт
Урманға сәйәхәт

Вәкил олатаһы менән урманға йыйынды. Ғилман бабай ҡаланан йәйге каникулға ҡайтҡан ейәнен саф һауа һулатып, ҡоштарҙы, йәнлектәр­ҙе күрһәтергә тип эйәртергә булды. Юғиһә, көнө буйы телевизор, компьютер эргәһендә ултырыуҙан башҡаны белмәй.
Урман ауылға яҡын ғына. Йорттан сығыу менән уң яҡҡа китһәң, ҡайынлыҡ башлана. Күпмелер үткәс, аҡланға килеп сыҡтылар. Тәбиғәттең матурлығын ябай һүҙ менән генә һүрәтләү мөмкин түгел. Ярай, ейәне үҙ күҙҙәре менән күреп хайран ҡалыр әле.
Ысынлап та, урманға килеп еткәс, Вәкилдең ҡыҙыҡһыныуы арта төштө. Эргәһенән генә безелдәп осоп киткән бөжәктәргә, ағас ботағында сут-сут һайраған һандуғасҡа, леп-леп осҡан күбәләктәргә иҫе китеп ҡарап торҙо. Вәт, ҡайҙа икән ул матурлыҡ!
Ҡарағай ағасы янында Ғилман бабай ейәнен туҡтатты:
– Сеү, ана, өҫкә ҡара әле. – Олатаһы ҡушҡанса, башын күтәргәс, Вәкилдең күҙе дүрт булды. Ҡыҙғылт һары төҫтәге бер тейен тубырсыҡ кимереп ултыра. Үҙе хас та йомшаҡ уйынсыҡ төҫлө. Төймәләй генә күҙҙәре, бәләкәс кенә ҡулдары, ҡупшы ҡойроғо…
– Олатай, әйҙә, үҙебеҙгә алайыҡ, – тип ялбарҙы малай.
– Урман йәнлеге үҙ ерендә йәшәргә тейеш, улым. Беҙ уны өйгә алһаҡ, иркен сикләрбеҙ, урманын һағыныр. Тоттормаясаҡ та ул.
Олатаһының һүҙе раҫ булды. Япраҡ ҡыштырлауына, хәүеф барлығын тойоп, һиҫкәнеп киткән тейен, тубырсығын ҡулынан ысҡындырып, тайыу яғын ҡараны.
– Их…Фотоға төшөрөп тә өлгөрмәй ҡалдым, – тип үкенде Вәкил. Тейен бүләген – тубырсыҡты үҙенә алды ла, артабан юлды дауам иттеләр.
Тәбиғәт ни тиклем матур күренмәһен, ара-тирә ҡороған ағастар, кешеләр ташлап киткән сүп-сар был әкиәт илен йәмһеҙләп ҡуя ине. Күрә тороп, нисек бысратырға ҡулдары бара икән уларҙың? Малайҙың шуға иҫе китте.
– Урманды бысратмайыҡ тигән булалар, әммә сүп-сар менән тултырыуҙы дауам итәләр, – тип әсенеп әйтеп ҡуйҙы Ғилман бабай ҙа.
Ары киттеләр. Бысраҡлыҡты күреп күңеле төшкән малайҙы олатаһы йәнә ҡыуандырырға ашыҡты:
– Күрәһеңме, терпе!
Юҡҡа ғына терпене йом­ғаҡҡа оҡшатмайҙар икән. Был йән эйәһе, Вәкил менән Ғилман бабайҙы күреүгә, башын йәшереп, йомғаҡҡа оҡшап ҡалды.
– Терпеләр дошманынан шулай йәшенә, улым.
Был юлы форсаттан файҙаланып, фотоаппаратына терпене төшөрә һалып та алды малай. Ҡалала дуҫтарына күр­һәтеп маҡтаныр, кемдең яҡындан күргәне бар әле?!
Артабан олатаһы ейәнен шишмә янына алып килде. Сылтырап ағырға тейеш шишмә тынып ҡалған. Сөнки ҡайһылыр яуызы юлын таштар менән быуған.
Олатаһының шуларҙы ала башлауын күргәс, Вәкил дә ярҙамлашырға тотондо. Эҫе көндә ҙур-ҙур таштарҙы ситкә һалып бөткәнсе, малай тирләй төштө. Әммә аҙаҡҡы ташты алғандан һуң, шишмәнең сылтырап ағып киткәнен күреп, күңеле сикһеҙ шатлыҡ менән тулды. Ғилман бабай:
– Шулай таш йәки сүп-сар арҡаһында күпме шишмә юҡ­ҡа сыға, – тип көрһөнөп ҡуй­ҙы.
Ошондай матурлыҡтың юғалыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Юҡ, шишмәләр ҡоромаһын. Уның һыуын эсеп ҡарамайынса китеп буламы ни! Ғилман бабай менән Вәкил дә әле генә үҙҙәре таҙартҡан шишмә һыуын услап йоттолар. Тештәрҙе сатнатырлыҡ һалҡын! Эҫе көндә һәр юлсы үҙенә сихәт табасаҡ.
Урманға килгәнгә һөйөнөп бөтә алмаған малай аҙаҡ олатаһына еләк тә йыйышты. Өләсәһе йә ҡайнатма эшләр, йә бәлеш бешерер. Инде ҡайтырға йыйынғанда Вәкил ерҙә ятҡан яралы ҡошто күреп ҡалды. Уның ҡанатынан ҡан һарҡа ине. Бахыр ҡошсоҡ: «Ярҙам итсе, зинһар!» – тигән кеүек ялбарып ҡарай. Нисек ҡалдырып китәһең…
Уны өйгә алып ҡайтырға булдылар.
– Урманда йә кейек-маҙар ашап ҡуйыр үҙен, – тине Ғилман бабай. Ҡош тигәне күгәрсен булған икән! – Һуңғы йылдарҙа улар ҙа һирәгәйҙе.
– Ни өсөн, олатай?
– Барыһына ла беҙ, кешеләр, ғәйепле. Тәбиғәттең бысраныуы, йылғалар ҡороуы йәнлектәргә, ҡоштарға тәь­ҫир итмәй ҡалмай, – тип яуап­ланы олатаһы.
Ҡайтҡас, урманда йыйған сәскә гөлләмәһен Вәкил өләсәһенә тотторҙо. Ә өләсәһе еләктән тәмле итеп бәлеш бешерҙе.
Алып ҡайтҡан яралы ҡош та яйлап шәбәйҙе. Шул арала дуҫлашып өлгөргән күгәрсенде кире урманға осороуы йәл ине малайға. Йәнә имгәтеп ҡуйһалар?
– Осһон, әйҙә, ул ирекле ҡош, – тине Ғилман бабай.
– Ос, күгәрсенкәй, ос! Ҙурайғас, мин һеҙҙе һаҡлармын, шишмәләрҙе, урмандар­ҙы ҡурсалармын, – тип шыбырланы Вәкил. Киләсәктә олатаһы кеүек урмансы булырға тигән маҡсат та ҡуйҙы ул үҙенә был көндө.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: