Бөтә яңылыҡтар
Илһам
8 Декабрь 2021, 10:55

Серле таш

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай.

Серле таш
Серле таш

Уларҙың сөм-ҡара сәсле, оҙон буйлы, һоро күҙле, бик тәртипле Алтынгөл исемле ҡыҙҙары булған. Көн үҫәһен ай үҫеп, Алтынгөл ҙурайған. Ата менән әсә уны үҙҙәре менән урманға еләккә, яланға бесәнгә алып йөрөгән. Улар ҡыҙға тәбиғәттең серҙәрен һөйләгән. Шулай итеп, йылдар уҙған, Алтынгөлдөң ата-әсәһе ныҡ ҡартайған. Бер көндө әсәһе ҡыҙына:
– Алтынгөлөм, матурым, утынға барып килһәңсе, атайың ауырып тора, – тигән. Ҡыҙыҡай эшкә сос булған: йәһәт кенә тунын кейеп, мамыҡ шәлен ябынып, кәртәлә торған атты егеп, сығып та киткән. Әсәһе төрөп һалған ҡоймағын да онотмаған. Йүгерек ат «һә» тигәнсе урманға килеп ингән. Тик был ни ғиллә?! Ағастар юҡҡа сыҡҡан. Унда-бында ғына һерәйешеп бер-ике төп ҡайын үҫеп ултыра, ти. Ҡайһылары ҡороп бөткән, ағас түңгәктәре менән донъя тулған. Ҡыҙ арбанан тө­шөп, уларға ҡарап, йәлләп, күңеле тулышып киткән.
– Их, кешеләр ниңә шул тиклем ҡаты бәғерле һуң, утынға тип ҡороған ағастар­ҙы ғына алһалар, булмаймы?! – тип илам­һыраған.
Ҡапыл ҡулдары бер түңгәккә тотонһа, уның өҫтөндә ниндәйҙер ҡаты нәмә ята, ти. Алтынгөл иғтибарлабыраҡ ҡараһа, алдында ялтырап ятҡан яҙыулы ташты күргән. «Бәхетһеҙ кеше – бәхетен табыр» тип уҡыған ҡыҙыҡай. Ниндәй хикмәтле яҙыу! Әллә бәхетле булыу өсөн теләк теләй торған таш ошомо икән? Оҙаҡ уйланған Алтынгөл. Шунан бер ҡарарға килеп: «Кеше бәхетте үҙе таба. Ә бәхетле булыу өсөн тырышырға кәрәк. Үҙемдең хеҙмәтем, тырышлығым менән уға ирешермен. Тик ҡоштар һайрамаған, емеш-еләк үҫмәгән, йәшел ағастары шауламаған урманым юҡ икән, беҙҙе ни көтөр? Әйҙә, тәбиғәтебеҙ бәхетле булһын – теләгем шул!» – тигән.
Ошо минутта, әйтерһең, мөғжизә тыу­ған.Тирә-яҡ йәшәреп, таҙарып, нурланып киткән. Ағастарҙың күплеген, төрлөлөгөн һанап бөтөрлөк түгел. Улар ҡыҙға рәхмәт әйткәндәй, тирбәлешеп ултыралар икән. Аттың да арбаһына ҡороған утын тейәлгән. Үҙенең эшенән ҡәнәғәт булып, шатланып, урман менән хушлашып, Алтынгөл ҡайтырға сыҡҡан,ти.

Гөлназ КӘРИМОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в