+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
9 Декабрь 2021, 14:45

Мин яратам

Мин яратам ихлас кешеләрҙе,

Мин яратам
Мин яратам

Йөҙҙәренән йылы бөркөлгән.
Хистәрендә тамсы ялғанлыҡ юҡ,
Изге уйҙар менән йәшәгән.

Мин яратам тырыш кешеләрҙе,
Ауырлыҡ тип туҡтап ҡалмаған.
Юлда ниндәй кәртә осраһа ла,
Еңеп үткән, урап уҙмаған.

Мин яратам көслө кешеләрҙе,
Яҙмыш һынауына бирешмәй,
Өмөт менән бөйөк маҡсат ҡуйып,
Йәшәй улар, күҙ-йәш күрһәтмәй.

Мин яратам ғашиҡ кешеләрҙе,
Ҡарашында – хистәр шауҡымы.
Һөйгәнем тип өҙөлөп борсолғанды
Айырмаһын тормош ағымы.

Мин ышанам: ерҙә бөтә кеше
Тик яҡшылыҡ өсөн яралған.
Уйҙарыбыҙ һәр саҡ саф булғанда
Юҡҡа сығыр алдаҡ, бар ялған.

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: