Тыуған илем – башҡорт иле.
Күңелемдә һәр саҡ минең
Туған телгә һөйөү хисе.
Ҡоштар һайрай, шишмә йырлай,
Һөйләшәләр туған телдә.
Ҡыуанышып, шатланышып
Дуҫ йәшәйбеҙ Тыуған илдә.
Һөйләшәйек туған телдә,
Телкәйебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Ҡәҙерләйек еребеҙҙе,
Илкәйебеҙҙе яҡлайыҡ!
Ҡәҙриә КИНЙӘБУЛАТОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.
Фото: ok.ru