+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Әкиәттәр
2 Ғинуар 2022, 11:00

Ниңә Бүре менән Төлкөгә ҡыйын булды?

Әкиәт

Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Урман йәнлектәре байрамға әҙерләнергә тотондо: шыршы ултырттылар, өңдәрен биҙәнеләр һәм Ҡыш бабайҙы көтә башланылар.
Бына ул серле минуттар ҙа яҡынлашты. Болан тояҡтарының тыпырлауы ишетелде. Йәнлектәрҙең түҙемһеҙләнеп көткән, иң яратҡан ҡунағын осортоп алып киләлер әле ул! «Эһе-һеййй!» – Ҡыш бабайҙың көр тауышы яңғыраны. Шулай шул! Ел-бурандар туҙҙырып, ҡар бөртөктәрен һирпеп, тылсымсы бабай­ҙың бүләктәр тулы санаһы Ҡуяндың ҡыуаҡлыҡтар аҫтындағы ояһы эргәһенә килеп туҡтаны. Сал ҡашлы, оҙон аҡ һаҡаллы, матур елән кейгән бабай таяғы менән туҡылдай-туҡылдай:
– Йә, Оҙонғолаҡ, быйыл ниҙәр эшләнең? – тип һораны.
Ҡуян:
– Мин йыл буйына ең һыҙғанып тырыштым: ҡыш көнө ашарға кишер, кәбеҫтә үҫтерҙем, атай-әсәйемә бәпестәрен ҡарарға, дуҫтарыма һунарсылар­ҙан эҙ яҙҙырырға өйрәнергә ярҙам иттем, – тине.
– Ай-һай, шешҡолаҡ, бик хуп! Уңған, егәрле икәнһең. Һиңә ошо йылы тунды бүләк итәйем. Сасҡау һыуыҡтарҙа ла өшөмәҫһең.
Ҡуянға ап-аҡ ҡына йылы тун бик тә оҡшаны. Ул кейеп ҡарап, үҙенә һоҡланып ҡарап торған арала Ҡыш бабайҙың санаһы Терпе йәшәгән өңгә барып та туҡтаны.
Терпе:
– Мин, Ҡыш бабай, быйыл йыл буйы туғандарыма, дуҫтарыма һәләк матур кейемдәр, күлдәктәр тектем. Атай-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем, – тип ҡаршы алды ҡунаҡты.
Ҡыш бабай уға теген машинаһы тапшырҙы. Терпе бик ныҡ һөйөндө.
Шулай йомарт Ҡыш бабай, башҡа кейек-йәнлектәргә лә һуғылып, барыһына бүләктәр таратып сыҡты. Тейене, Ҡоралайы, Бурһығы – бөтәһе лә шатлыҡтарынан түбәләре күккә тейеп, Ҡыш бабайҙы ҡул бол­ғап оҙатып ҡалды.
Бүре менән Төлкөгә генә бүләк эләкмәне. Улар йыл буйы бәләкәстәрҙе ҡыйырһытып, ата-әсәләрен тыңламай, тәртип боҙоп бер булды шул. Ҡыш бабай уларға бүләк урынына хат ҡына ҡалдыр­ғайны: «Бүләккә лайыҡ булырға кәрәк. Үҙгәрһәгеҙ, икенсе йылға көтөгөҙ!» Бү­ре менән Төлкөгә ҡыйын да, уңайһыҙ ҙа булды. Ҡайғырҙылар, үҙебеҙҙе яҡ­шы тоторға тырышырбыҙ, тип һүҙ ҙә бир­ҙеләр.
Бер йыл йәһәт кенә үтеп тә китте. Яңы йыл килде. Тағы Ҡыш бабай осоп килеп етте. Был юлы Бүре менән Төлкө лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Тик, балалар, һеҙ уларҙы бүләк өсөн генә үҙҙәрен әҙәпле, тәүфиҡлы тотҡан икән, тип уйлап ҡуймағыҙ. Тәрбиәле булыу уларҙың үҙҙәренә лә бик оҡшап киткәйне. Ысынлап та, һине яҡшы эштәрең өсөн маҡтап, хуплап торһалар, рәхәт тә, күңелле лә була икән!

Яҙгөл ХӘЙРУЛЛИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: