+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
15 Ғинуар 2022, 11:10

Балалар тышта! Ҡыуан!

Сыр-сыу килә бала-саға

Балалар тышта! Ҡыуан!
Балалар тышта! Ҡыуан!

Ниңәлер иртә таңдан!
Күмәкләп килгәндәр икән
Улар шыуырға тауҙан!

Кемдер һөйрәгән бауынан
Тимер аяҡлы сана,
Берәүһе яңыса – тюбинг,
Бик етеҙ шыуа, ана!

Берәү аҙапланмай тотҡан
Еңел пластик санаһын.
Кеме уҙыр, күҙәтәйек,
Бирер өсөн баһаһын!

Санаһы ниндәй булһа ла,
Балалар тышта! Ҡыуан!
Компьютерһыҙ үтте көнө,
Сәпәкәйләйек, туған!

Саф һауала шулай үтһен
Бар каникул көндәре.
Һағынып һөйләрлек булһын
Аҙаҡ уны үҙҙәре.

Люциә ФАЗЛИӘХМӘТОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.

Фото:Әлшәй районы, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы балалары.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: