+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
24 Ғинуар 2022, 13:28

Татыу ғаилә – ил күрке!

Өлкәндәр һынап әйткәндәр:

Татыу ғаилә – ил күрке!
Татыу ғаилә – ил күрке!

Татыу ғаилә – ил күрке!
Һәр ғаиләлә ишетелһен
Шат тауыш, уйын-көлкө!

Ғаилә ул кескәй бер ил,
Башлығы көслө булһын!
Ел – дауылдар урап үтһен,
Өй эсе моңға тулһын!

Ғаиләлә хөкөм һөрһөн
Тик ышаныс, мөхәббәт!
“Һөйәм!”, “Яратам!” һүҙҙәре
Яңғыраһын мең ҡабат.

Нигеҙе ныҡ ғаиләләр
Һис бер ваҡыт тарҡалмай.
Ысын хистәр иҫкермәйсә
Һаҡлана татлы балдай.

Тик ғаилә һаҡлап ҡала
Нәҫелдең тамырҙарын.
Шунда тыуа, шунда үҫә
Батыр ул һәм ҡыҙҙары!

Йәшәйештең сығанағы –
Ғаиләләр имен булһын!
Һәр береһенә йәмдәр өҫтәп
Сабыйҙар тыуып торһон!


Люциә Фазлиәхмәтова.

Миәкә районы, Күл-Ҡуңҡаҫ ауылы.

Фотола: Әлшәй районы Раевка ауылынан Саҙыҡовтар ғаиләһе.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: