+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
1 Февраль 2022, 11:00

Биҙәй беҙҙең өй алдын

Иртән тороп тышҡа сыҡһам,

Биҙәй беҙҙең өй алдын
Биҙәй беҙҙең өй алдын

Шундай матур көн икән!
Әйтерһең дә, кемдер күктән
Ҡар бөртөктәре һипкән.
Йомшаҡ ҡына аҡ мамыҡтан
Әүәләнем Ҡар бабай!
Күҙҙәре, ҡара муйылдай,
Янып торалар, ҡалай!
Аяғы менән ҡулын да
Тиҙ генә яһап ҡуйҙым,
Башына күнәк кейҙерҙем,
Йырыҡ ауыҙын һыҙҙым.
Үҙем үҫтергән кишерҙән
Танау ҙа булды әҙер.
Һеперткеһен дә тотторҙом,
Йылмайып тора хәҙер!
Тырышҡас, була икән ул!
Бик тә ҡәнәғәт ҡалдым.
Көләс йөҙлө Ҡар бабайым
Биҙәй беҙҙең өй алдын.

Тамерлан ЗАРИПОВ,
йәш хәбәрсе.
Туймазы районы,
Серафимовка ауылы.

Фото: https://yandex.ru/images/search?te

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: