+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
6 Май 2022, 14:15

Изге уның күңеле

 

Ҡартатайым – бик шәп кеше,

Изге уның күңеле.

Гармунда уйнап ебәрһә,

Бигерәк тә күңелле!

 

Әрмелә ул танкист булған,

Һуғыш утын да күргән.

Һындырмаған уны яҙмыш,

Бар ауырлыҡҡа күнгән.

 

«Сынығып үҫ!» – тип өйрәтә,

«Әрмелә бик кәрәк!» ти.

«Көн дә саф һауала йөрөү,

Һаулыҡ өсөн сихәт!» ти.

 

Ҡартатайлы булып үҫеү

Эләкмәй ул һәр кемгә.

Ғорурланам уның менән,

Оҙаҡ йәшәһен генә!

 

Фәнзил КИЛДЕБАЕВ.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Фото: hbebetterstupid.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: