+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
14 Май 2022, 09:40

Теләгем

 

Башҡортостан - алтын бишегем һин,

Ожмахҡа тиң гүзәл еркәйем.

Бәхетлемен бында тыуыуыма,

Эй, илкәйем, наҙлы гөлкәйем.

 

Башҡортостан - дуҫлыҡ иле бит ул,

Күпме милләт йәшәй еремдә.

Татыу ғүмер итә һәр береһе,

Аралаша туған телендә.

 

Башҡортостан - данлы республика,

Бәрәкәтле ғәзиз төйәгем.

Хоҙай айырмаһын үҙ еремдән -

Ошо минең иң ҙур теләгем.

 

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Фото:mycdn.me

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: