+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
16 Май 2022, 12:50

Аҡ күгәрсен

Шаян елдәр наҙлап тарай

Ҡайындың бөҙрә сәсен.

Тирә-яҡҡа аҡ нур сәсеп,

Күктә оса күгәрсен.

 

Ҡанаттарын еңел елпеп,

Йырлай ул "гөлдөр-гөлдөр".

Шул ҡошсоҡтоң талпыныуын

Күҙәтә ерҙән гөлдәр.

 

Күгәрсен менән бергәләп

Сәскәләр осор ине,

Әгәр ҡайын ялынмаһа,

Ҡалдырмағыҙ, тип, мине.

 

Һәр нәмәнең үҙ урыны:

Күгәрсен - иркенлектә.

Ә гөл-сәскә һәм ҡайынҡай

Уны ҡунаҡҡа көтә.

 

Шуға күрә аҡ күгәрсен,

Тамамлағас сәфәрен,

Ашҡынып гел ергә төшә,

Һағынып дуҫ-иштәрен.

 Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото:zoom.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: