-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
19 Май 2022, 14:50

Онотмайбыҙ

 

Күпме йылдар инде үтһә лә,

Онотмайбыҙ һуғыш булғанын.

Ғорурланып иҫкә алабыҙ

Тыуған илдең яугир улдарын.

 

Әллә күпме һалдат ятып ҡалған

Яу ҡырында, сит-ят яланда.

Күп ғазаптар, ҡан-көс түккәнһегеҙ

Беҙ йәшәһен тиеп донъяла.

 

Рәхмәтлебеҙ һеҙгә, ветерандар,

Вафат булған яугир һалдаттар.

Оноторға һеҙҙе хаҡыбыҙ юҡ,

Дөрләп яныр мәңгелек уттар.

Ислам ҒӘЛИУЛЛИН, III синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: