+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
2 Июнь 2022, 11:45

Онотмайыҡ

 

Башҡортостан — минең Тыуған илем,

Рәсәйҙәге иң-иң матур ер.

Башҡорт теле — минең туған телем.

Быуындарҙан килгән моңло йыр.

 

Һәр бер һүҙе уның аҫыл таштай

Ҡиммәтле һәм яҡын йөрәккә.

Атайым һәм һәм әсәм бүләге ул,

Ҡәҙерле лә шуға бигерәк тә.

 

Башҡорт теле — халҡым теле бит һин!

Башҡорт теле — минең телем һин!

Онотмайыҡ туған телде, халҡым!

Телһеҙ ҡалһаҡ, булмаҫ беҙгә көн.

Айлина СӘФӘРҒӘЛИНА, VII синыф уҡыусыһы.

Салауат районы, Малаяҙ башҡорт гимназияһы.

Фото: jimcdn.com

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: