+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
13 Июнь 2022, 09:40

Шишмәкәй

  

Сылтырап аға шишмәкәй -

Сихри тәбиғәт моңо.

Шул йырҙар булғанда матур

Яҙ, йәйҙең һәр бер көнө.

 

Тирә яғы йәмле, йәнле - 

Ожмах урман эсендә!

Тау-таш ярып шулай ағыу

Нисек килә көсөнән?

 

Һыуы таҙа, үҙе тәмле.

Йәнгә бирә рәхәтлек.

Эх, шишмәкәй, ғүмеркәйең

Булһын оҙон, мәңгелек.

 

Зарина БАҒЫШАЕВА.

Фото: culture.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: