+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Шиғырҙар
2 Июль 2022, 12:20

Бесәйҙәр

 

Беҙҙең бар ике бесәй:

Береһе – уның әсәй.

Бәләкәс малай бесәй

Әсәһе менән йәшәй.

 

Әсәһе бик ярата,

Тәмләп-һыйлап ашата.

Балаһын ялап ҡына

Эргәһендә йоҡлата.

 

Ҡай саҡта малай бесәй

Тышҡа ла сығып уйнай.

Әсәһе һаҡлап ҡарай,

Юғалмаһын, тип уйлай.

 

Бына шулай йәшәйҙәр

Беҙҙең өйҙә бесәйҙәр.

Шул тиклем дә рәхәт бит ул,

Янда булһа әсәйҙәр.

 

Фәнис БӘҘРЕТДИНОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Һаҡмар мәктәбе

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: