Ысыҡ тамсылары һибелде.
Ялан аяҡ киләм ысыҡ кисеп,
Өр-яңы моң биләй күңелде.
Дим өҫтөнән томан күтәрелә
Наҙға сумған тыуған еркәйем.
Сут-сут килә талда бер һандуғас,
Их, аңларға ине телкәйен.
Юлиә КИРӘЕВА.
Фото: domstrousam.ru