+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
11 Август 2022, 17:03

«Шул моңдарҙа ишетәм...»

Шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның бөтә шиғырҙары ла йырлап тора. Элек «Любизар» төркөмө «Һанама, кәкүк, һанама ғүмерем сәғәттәрен», тип йырлаһа, мин уны халыҡ йыры, тип уйлай инем. Ә «Һағыш» тигән йырҙы Илнур Рамаҙанов менән Айтуған Ғәйзуллин нисек йөрәккә үтерлек итеп башҡара...

«Күҙҙәремә ҡара», «Ялан сәскәләре», «Һанама, кәкүк…», «Алһыу пион», «Һандуғасың булам, тимә…», «Кемдәргә һөйләйем...», «Ниңә берҙән-бер түгел?..», «Һағынырһың…», «Юлға сыҡһам...», «Гармуным уйнай ҙа уйнай»... Был исемлекте тағы ла дауам итергә була. Тик уның ижадын һөйөүселәр былай ҙа ул йырҙарҙы беләләрҙер. Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә композиторҙар Салауат Низаметдинов, Ғәзиз Дәүләтбирҙин, Рәйес Ханнанов, Рәшит Йыһанов, Айһылыу Солтанова, Юлай Үҙәнбаев, Роберт Тимербаев, Артур Туҡтағолов, Илшат Яхин, Дамир Солтанов,  Гөлдәр Ишҡыуатова, Дамир Әҙелбаев, Риф Арыҫлан һәм башҡалар көй яҙған.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: