-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам/Һүрәттәр
23 Июль 2021, 09:39

Таныш булығыҙ: Матвей Терюшин!

Матвей Терюшин бәләкәй әле, беҙҙең мәктәптең II «Б» синыфын тамамланы. Уңған, өлгөр, аҡыллы малай уҡыуҙа ла, спортта ла, төрлө конкурстарҙа ла һынатмай. Мәктәптә генә түгел, районда үткәрелгән бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнашып тора.

Матвейҙың шиғыр һәм хикәйәләр яҙырға ла һәләте бар. Ул баш­ҡорт һәм урыҫ телдәрендә ижад итә.

Һеҙҙең иғтибарға уҡыусымдың уймаҡ хикәйәләрен һәм һүрәтен тәҡдим итәм.

Рәзифә ЮЛДАШЕВА.

Туймазы районы, Серафимовкалағы 3-сө мәктәп.

Биләш

Минең бесәйемдең исеме – Биләш. Ул ручкалар һәм ҡәләмдәрҙе бик ярата. Өҫтәл  өҫтөндә күреп ҡалдымы, уларҙы иҙәнгә бәреп төшөрә лә хәле  бөткәнсе тәгәрәтеп уйнай. Ә мин дәрес әҙерләргә ултырһам, бесәйем  портфелемдең эсенә инеп тә китә. Өйгә эштәремде башҡарғанды ҡарап ҡына тора ул. Сумкамдан сығарырға теләһәм, ныҡ ҡаршылаша. Моғайын, уға минең «бишле»ләрем янында ултырыуы бик күңеллелер.

Бесәйем һайыҫҡан булған

Беҙҙең өйҙән йыраҡ түгел урамда бер бағана бар. Шунда көн дә һайыҫҡан осоп килә. Был ҡош бағанала бер аҙ ултыра биреп, шыҡырлай-шыҡырлай осоп китә.

 Матур бер ҡышҡы көндә ағайым Никита менән ҡар көрәргә сыҡтыҡ. Биләш тә беҙҙең арттан эйәрҙе. Ул бик оҙаҡ итеп ҡунаҡҡа килгән һайыҫҡанға ҡарап торҙо. Ҡош осоп китеү менән Биләш йүгереп барып, бағана башына  менде лә башын һайыҫҡан кеүек төрлө яҡҡа ҡуйып, әйләнә башланы. Оҙаҡ ҡына шулай ҡыланғас, Биләш арыны шикелле. Түбәнгә төшә алмай аҙапланды. Ни эшләргә? Беҙ ағайым менән баҫҡыс алып килеп, уны бағана  башынан саҡ төшөрҙөк.

Бер айҙан һуң Биләш был бағанаға тиҙ генә менергә, унан үҙе генә төшөргә лә өйрәнде.

Матвей ТЕРЮШИН.

Читайте нас: