-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ижади түңәрәктәрҙә
10 Октябрь 2021, 09:10

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа...

Бына сәхнәгә ҡурайсылар ансамбле сығып баҫты.

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа...
Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа...

Малайҙарҙың күптәнге хыялдары тормошҡа ашты: тамашасыларҙы үҙҙәренең моңдары менән һоҡландырырлыҡ дәрәжәлә уйнарға өйрәнделәр бит. Яндарында етәкселәре – ошо моңло ҡурайҙа уйнарға өйрәтеүсе уҡытыусылары Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиуллина ла дәртләндереп тора. Эйе, гүзәл зат вәкиле өйрәтә малайҙарға ҡурай тартыу серҙәрен. Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы бала сағынан музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнергә хыяллана. Атаһы мандолина сиртә, әсәһе яғынан Рәжәп һәм Батыр ағайҙары ҡурайсылар була. Хатта Өфөлә, Мәскәүҙә лә сығыш яһайҙар. Ҡыҙҙа ла сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән тәрбиәләнә.

Математиканан һәләтле уҡыусы мәктәпте тамамлағас, ошо йүнәлештә институтта уҡытыусылыҡҡа уҡый. Оҙаҡ йылдар балаларға белем бирә, Исламбай мәктәбенең директоры булып та байтаҡ эшләй.
– Ҡурай түңәрәге беҙҙә 2007 йылда барлыҡҡа килде. Башҡортостандың Рә­сәйгә ҡушылыуының юбилейын билдәләгәндә Бөрйән районында «450 йыллыҡҡа – 450 ҡурайсы» тигән ҙур ҡурай байрамы үткәрелгәйне, уға әҙерләнеүҙән башланып китте ҡурай түңәрәген ойоштороу. Шунан бирле мәктәптә, клубта үткәрелгән һәр сарала ҡурай ансамбле сығыш яһай. Хәҙер тәүге ҡурайсыларым Буранбай Мыр­ҙағолов, Артур Хәйбуллин, Рәмзис Ибраһимов, Иншар Ғәлиуллин һәм баш­ҡалар күптән үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөй инде, сәнғәт юлынан китмәһәләр ҙә, ҡурайҙа уйнай белеүҙәре менән ғорурлана ала улар. Белем алған уҡыу йорттары исеменән Буранбай Мыр­ҙағолов, Алмас Ғәлиуллин, Фәнгиз Хәйбуллиндар ансамбль менән Туймазы ҡалаһында уҙған республика конкурстарында ҡатнашып, еңеүҙәр яулап та ҡайтты.
Әлеге ваҡытта ниндәй уңыштарыбыҙ бармы? Районда үткәрелгән бәйгеләр­ҙә ансамбль менән призлы урындар алғаныбыҙ бар.
– Ҡурай тартыу – ир-егеттәр шөғөлө, тиҙәр бит. Ә һеҙҙә унда уйнау теләге нисегерәк барлыҡҡа килде? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Брәтәк мәктәбендә VII синыфта уҡый инем. Башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйес ағай Шаһимырҙанов китапхана ролен үтәгән шкафтың асҡысын тотторҙо ла, бынан һуң ошо китаптарға һин хужа, кем һорай, бирерһең, тине. Ундағы китаптарҙы үҙем дә берәм-берәм алып уҡыйым. Бер заман ҡулыма Ғата Сөләймәновтың «Ҡурай» тигән китабы килеп эләкте. Бик ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым да, эй, ошо ҡоралда уйнағы килде. Ләкин элек беҙ, балалар, бигерәк баҙнатһыҙ булғанбыҙ инде, атай-әсәйемә был турала әйтергә ҡыйынһындым. Бала саҡ хыялы тормош­ҡа ашмай ҡалды. Үҙем әсәй булғас, Исламбай мәктәбендә уҡытып йөрөгәндә күрше Аҫҡар ауылынан оҫта ҡурайсы Вәли Ғәлиуллинды түңәрәк алып барырға саҡыр­ҙыҡ. Унда улым да йөрөнө. Бының файҙаһын күрҙем. Улымдан ике аҙна эсендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнеп алдым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теге ҡурайсы егеттең ғүмере өҙөлдө. Шуға ла хәҙер түңәрәкте үҙем алып барам, егеттәргә ҡурай серҙәрен өйрәтергә тырышам, – ти Рәмзиә Сәлимйән ҡыҙы.
Әле түңәрәктә һигеҙ уҡыусы шөғөлләнә: Алик, Рәмис, Илнар, Урал Ғәлиуллиндар, Аяз Бирҙеғолов, Рушан Хәйбуллин, Ханнан Мырҙағолов, Илнар Әхмәтйәновтар. «Ҡарабай», «Хәтирә», «Любизар», «Сыңрау торна» һәм башҡа көйҙәрҙе матур яңғыраталар.
Бөтә гүзәллеген һиңә биргән
Киң күңелле ҡартлас Уралым.
Башым эйәм һиңә, башҡортоңдо
Көйлө халыҡ иткән ҡурайым!
Көслө халыҡ иткән ҡурайым!

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
Бөрйән районы, Исламбай ауылы.

Һүрәттә: Йәш ҡурайсылар Рәмис, Илнар, Алик Ғәлиуллиндар,
Аяз Бирҙеғолов, Ханнан Мырҙағолов.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: