-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Егеттәр, һеҙгә әйтәм

Ҡыҙҙарға нисек оҡшарға? Күптәрегеҙҙе борсойҙор әле был һорау, шулаймы, егеттәр?

Иң беренсе сиратта, тыш­ҡы ҡиәфәтеңә ҡарап фекер йөрөтәләр. Шуға ла һәр саҡ таҙа, үҙегеҙгә килешле матур итеп кейенергә кәрәклеген белеп тораһығыҙҙыр. Тәмле еҫтәр генә сығып торһон өсөн физкультура йә секция булғанда ғына түгел, ә көн һайын йыуынып-сайҡанып алырға кәңәш ителә. Хуш еҫле һыуҙы йә дезодорантты таҙа тәнгә генә бик мул итмәй һип­терәләр. Ниндәй генә шәп егет булыуыңа ҡарамаҫтан, таҙа, бөхтә йөрөмәһәң, ҡыҙҙарға оҡшау тураһында уйлама ла. Әгәр битеңдә һыт­ҡылар бар икән, дерматологҡа күренеп, уның кә­ңәштәрен тоторға тырыш. Дауалау курсын үтергә лә тура килер, бәлки. Уның ҡарауы, бит тиреһенең шыма, матур булыуы күпкә һөйкөмлөрәк күрһәтер үҙеңде.

Телмәргә лә иғтибар итергә кәрәк. Ҡыҙҙар юҡ-бар тураһында күп бытылдағанды ла яратмай ул. Һүгенеү, кемделер кәмһетеү һүҙҙәрен әйтеүҙән дә тыйылығыҙ. Юғиһә, оҡшатҡан ҡыҙығыҙ шунда уҡ һеҙҙе кире ҡағасаҡ. Улай ғына ла түгел, был бер кемгә лә оҡшамаясаҡ. Мотлаҡ тәртибегеҙ тураһында уйланығыҙ. Насар ҡылыҡтар менән гүзәл заттарҙы биҙҙерәһегеҙ генә. Изгелек, ҡыйыулыҡ, лайыҡлы эштәр иһә ҡыҙҙар йөрәгенә юл асыр. Уларҙың комплимент, сюрприздар яратыуын да онотоп ебәрмәгеҙ.

Рухи донъя байлығы, күп белеү тышҡы ҡиәфәткә ҡарағанда мөһимерәк тиһәләр ҙә, матурлыҡ тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк шул. Кешене кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, һуңынан ғына холҡо, эске донъяһы тураһында беләләр. Өҫтөңә кейгән әйбер­ҙәрең бөгөнгө йәштәр модаһына тура килһен. Аяҡ кейемең һәр саҡ таҙа, ә нәскиҙәрең бөтөн булырға тейеш. Ҡыҙ менән осрашыуға спорт кейемендә барырға кәңәш ителмәй. Ауыҙыңды асырға оялып, өндәшмәй тороу урынһыҙ. Эйе, яңылыш әллә нимә әйтеп ташламайым, тип ҡурҡыу булыр, әлбиттә, әммә ҡыҙ кеше лә оялалыр. Ул һинең менән күрешергә килгән икән, тимәк, әҙ булһа ла оҡшата, тигән һүҙ. Берәй темаға һөйләшә башла, оҡшамағанын һиҙһәң, үҙгәрт. Дуҫты һайлағанда, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ бармы икәненә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, ул спортты үҙ итә, һин дә. Икегеҙҙе бөтөнләй ҡапма-ҡаршылыҡлы нәмәләр ҡыҙыҡтырһа, бәлки, дуҫлыҡ тәҡдим итеп торорға ла кәрәкмәй­ҙер. Егеттәр, мәктәп йылдарында барлыҡҡа килгән тәүге һөйөү хистәре күпселек осраҡта ғүмерлек матур хәтирә булып ҡына ҡала ул. Шулай булғас, һеҙ оҡшатып йөрөгән ҡыҙ осрашыуға килмәһә лә, бошонмағыҙ. Тимәк, бөтәһе лә алда әле.
Читайте нас: