+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башта һәйбәт ине лә ул...

Мәктәптә һуңғы йыл уҡығанда яңы йыл дискотекаһында таныштыҡ уның менән.

Башта һәйбәт ине лә ул...
Башта һәйбәт ине лә ул...

Тәү ҡарауҙан уҡ мин эҙләгән ҡыҙ кеүек күренде: һылыу, баҫалҡы, тыныс… Таныштыҡ. Ул – ҡалала, мин яҡындағы ҡасабала йәшәгәс, башта күберәк «Контактта» аралаштыҡ. Бер-беребеҙҙе нығыраҡ белдек. Аҙаҡ осраша башланыҡ. Ярты йыл буйына күрешмәгән көнөбөҙ булманы.
Тик мәктәптә сығарылыш имтихандары ваҡытында, юғары уҡыу йортона ингәндә, хатта Өфөлә уҡый башлағас та проблемалар тыуҙы. Лилиә юҡҡа ғына ҡыҙып китә, ҡысҡыра, әрләшә, иларға тотона. Уй-хыялдарым хаҡында һөйләһәм, иғтибарһыҙ ғына тыңлай, йә ҡул һелтәй ҙә ҡуя. Мин уның ҡылығына башта ғәжәпләнә инем, тора-бара өйрәнгән кеүек тә булдым. Әммә бындай хәлдәр йышая башлағас, арыттырҙы. Шундай аңлашмаусылыҡтар йышайҙы, холоҡ айырмалығы нығыраҡ күренә башланы.
Беҙ хәҙер осрашмайбыҙ. Кем ғәйепле быға? Белмәйем. Ниңә башта һәйбәт кенә күренгән ҡыҙҙың холҡо ҡырҡа үҙгәрҙе? Сәбәптәре нимәлә? Аңламайым.
Әлеге мәлдә мин бер ҡыҙ менән дә осрашмайым. Лилиәне онотмайынса, кемдер менән йөрөгөм дә килмәй. Тик ҡасан онотолор ул үткәндәр – билдәһеҙ…

МӘЖИТ.

Читайте нас: