+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аңламағас, онот, әйҙә

Бер минутта минең күңел донъям

Аңламағас, онот, әйҙә
Аңламағас, онот, әйҙә

Селпәрәмә килеп ярылды.
Бер минутта һөйөү уты һүнде,
Күҙҙәремдән йәштәр атылды…

Аңламайым, бер ни аңламайым…
Ышанмайым һөйөү үлгәнгә.
Тик нисек һуң миңә түҙер кәрәк
Яндарымда көн дә күргәндә?

Йөрәк илай, һинһеҙ ауыр миңә,
Тик һин генә тиеп ул типте.
Хәҙер юҡһың, араларға ингән
Ялған һүҙҙәр утҡа һыу һипте.

Селпәрәмә килде бар хистәрем –
Ниндәй көскә эйә бер минут…
Бер миҙгелдә барыһын юҡ иткәс,
Аңламағас, әйҙә, һин онот.

Онот, онот мине… Мин дә һине
Хәтеремдән юйып ташлармын.
Устарыма ҡыҫып йөрәгемде,
Өр-яңынан йәшәй башлармын.

Һинең менән бергә үткән көндәр
Бер иҫтәлек булыр йәшлектә.
Ғазаптарҙан бөгөлөп төшмәйенсә,
Ғорур атлар кәрәк нисек тә.

СЕРЛЕ ҠЫҘ.

Фото: Twitter

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: