+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хаталаныу

Булған хәл

Хаталаныу
Хаталаныу

Кира үҙҙәре йәшәгән ҡасабанан йыраҡ түгел ауылға өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килгәйне. Әсәйҙәре менән йыш була бында. Әле йәйге каникулда бер аҙнаға үҙе генә юлланды. Өлкәндәргә картуф утарға ярҙамлашты. Ауыл осондағы ҡойонан һыу ташы­ны. Йәшелсәләргә һыу һипте. Гел килеп йөрөгәс, әхирәттә­ре лә бар.
Хәҙер элекке кеүек мәҙәниәт йортонда дискотека ойоштороу онотолған. Шулай ҙа үҫмерҙәр төндә урамға сы­ғып, ауыл буйлап йөрөй, һис юғы эскәмйәлә көнбағыш сиртеп һөйләшеп ултыра.
Был шәмбе нисектер клубты асып, бейеү ойоштор­ҙолар. Кира ла дуҫтары менән сыҡты. Ятыраҡ кешеләр ҙә бар. Анау өлкәнерәк йәштә күренгән икәүгә нимә етмәгәндер инде: йәштәр ыңғайы­на бейеп йөрөйҙәр. Береһе Киралар яғынан күҙен алмай. Етмәһә, талғын көй ҡуйғайнылар, ҡыҙҙы бейергә са­ҡырҙы.
Кираға ун алты ғына йәш бит әле. Әммә саҡ ҡына өлкә­нерәк күренә. Күренһә ни? Теге егет йораты иһә утыҙға етеп баралыр әле. Ҡыҙ, бер аҙ аптырап ҡалһа ла, уның менән бейергә төштө.
Егет бик иғтибарлы булып сыҡты. Яғымлы һөйләшә. Кираға: «Һинең күҙҙәрең матур», – тип, маҡтау һүҙҙәре әйтеп, башын әйләндерә башланы. «Устары ҡайһылай эҫе», – тип уйланы эстән генә көслө ҡулдары менән саҡ ҡы­на үҙенәрәк һырыҡтырған егет тураһында.
«Их, Кира, Кира, ул бит һинән әллә нисә йәшкә өлкән, уның ҡыҙыҡ­һыныуҙары, уйҙары бөтөнләй икенсе, һинең тиҫтерҙәрең кеүек, ҡыҙ­ҙың бит осонан ғы­на үбергә лә ояла торған ваҡыты үткән уның», – тип әйтер ине берәй өлкәнерәк кеше, был күренеште ҡарап торһа. Әммә йәш кенә ҡыҙ­ҙың йөрәгенә әллә нимә булды ла ҡуйҙы, биленән ҡыҫып тотҡан ир менән йәш айырмаһы ла онотолдо. Уға егеттәр бындай иғтибар күрһәткәне юҡ ине әле.
Артабан тағы дәртле бейеү­ҙәр дауам итте. Теге үҙен Вадим тип таныштырған кеше бергә килгән иптәше менән ҡайҙалыр юғалды. Тәмәке тартырға сыҡҡандыр инде. Башҡаса улар инмәне лә.
Бына клубты бикләр ваҡыт етте. Кира ла әхирәттәре менән тышҡа сыҡты. Унда егеттәр күп кенә икән. Машина­лар ҙа күренә. Ҡыҙ ян-яғына ҡаранды, баяғы егетте эҙләй ине ул. Ниңәлер күҙ алдынан китмәй ҙә ҡуясы.
– Кира, йыраҡ йәшәйһегеҙме, бәлки, алып барып ҡуйырғалыр?
Теге лә күҙ уңынан ысҡындырмаған икән ҡыҙҙы.
– Мөмкин, тик минең әхирәттәрем дә ултырһын.
– Әйҙә, рәхим итһендәр.
Өс әхирәт, хихылдаша-хихылдаша, беренсе тапҡыр күргән кешенең машинаһына ултырып алды. Өсәү булғас, ҡурҡ­мағандарҙыр инде. Әммә ауыҙынан ниндәйҙер иҫерткес эсемлек еҫе килгән ир ҙә хәйләкәр. Тәүҙә берәм-берәм Кираның әхирәттәрен илтеп ҡуйҙы. Шунан ғына ҡыҙға боролоп:
– Бәлки, бер аҙ машинала кататься итеп килербеҙ? – ти­не. Үҫмер ҡыҙ нимә тип әйтергә лә өлгөрмәне, ҙур тиҙлек менән ҡуҙғалып та китте. Урман ситенә килеп туҡтағас та Кира, ҡурҡып, урынынан ҡуҙғала алмай ултырҙы.
– Йә, нишләп шымып ҡалдың, әйҙә, сыҡ, саф һауа һулап алайыҡ. О-о-о, ниндәй рәхәт урманда: тынлыҡ – үҙе бер музыка бит ул, – теге ирекәй артҡы ишекте асып, ҡыҙға ҡулын һуҙҙы…
…Артабан нимәләр булғанын Кира хәҙер иҫенә төшөр­мәҫкә тырыша, күңелһеҙ уй­ҙарын ҡыуа, ләкин ул ваҡиғалар яман төш кеүек күҙ алды­нан китмәй. Полиция хеҙмәт­кәрҙәренең һорау алыуы, суд…
Шунда ауыл егеттәре маши­на менән ҡыуа төшөп, тиҙ ара­ла килеп етмәһә, нимәләр бу­лыр ине?! Теге ирекәй көслө ҡулдары менән күтәреп алып, уны һаҫыҡ ауыҙы менән ҡотороп үбә башлағайны бит, фар яҡтыһын күргәс кенә туҡталып ҡалды. Маши­нанан биш-алты егет килеп тө­шөп, ҡала ирекәйен туҡмап ташланы. Кира шаңҡыған ине.
– Нисек хәлдәрең, Кирочка? Ахмаҡтар, шуға ултырып китәбеҙ бит әле, нимәлер һи­ҙенгәндәй һеҙҙең арттан ҡарап торҙом да машина урман яғына киткәс, тиҙ генә кире клубҡа табан йүгерҙем, әлдә генә егеттәр таралышып бөтмәгәйне. Ағайыма ла әйтеп, тиҙ генә машина менән артығыҙҙан төштөк. Юғиһә…– әхирәте Ләйсән дә килгән икән. Кира уны ҡосаҡлап илап ебәрҙе:
– Ҡотҡарыусым, һин килмәһәң, нимә булыр ине?!
Эйе, бик аяныслы тамамла­ныуы ла ихтимал ине был ва­ҡиғаның. Аҙмы ни көсләү, үлтереү менән бәйле енәйәттәр?!
Ҡыҙҙар, һағыраҡ булығыҙ, бәхетегеҙ үҙ ҡулығыҙҙа бит.

Ф. БӘШӘРОВА.
(Исемдәр үҙгәртеп алын­ды.)

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: