+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Оят булып китте

Йәйгеһен ауылда йәштәр күп була. Төрлө ҡалаларҙа уҡығандар ҡайта.

Оят булып китте
Оят булып китте

Өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килеүселәр ҙә байтаҡ. Быйыл да шулай булды. Араларынан берәү үҙен эре генә тотҡан була. Исеме – Азат, атаһы ҙур ғына урында эшләй, тиҙәр. Маһайып йөрөгәненә йән көйөп китте лә бер көндө үҙен ҡыҙыҡ итергә булдыҡ.
…Беҙҙең компанияла егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа бар. Ҡайһы берҙә йыйылышып һыра эсеп тә алғылайбыҙ. Азатты ла һыйларға уйланыҡ. Йөрөмәһен беҙҙән айырылып, әллә кем булып. Мин – үҙем дә ҡаланан ҡайтҡан кеше. Сираттағы кис еткәс, һыйырҙар һауылып, өйҙәрҙә уттар һүнә башлағас, клубҡа сығырға йыйылдыҡ. Азаттың өләсәһенә күрше йәшәгән егеткә, уны ла үҙебеҙҙең араға саҡырырға кәрәк, тип әйтеп ҡуйғайныҡ. Ҡунаҡ менән уртаҡ тел таба алған, бергә алып сыҡҡан. Алдан һөйләшкәнсә, һыра эсеп алырға булдыҡ. Тик Азат бөтөнләй эсмәй икән. Бына һиңә ҡала егете!
– Нимә, беҙҙе әҙәмгә һанамайһыңмы әллә?
– Эс тә ҡуй, һыра ғына бит ул, – тип өгөтләүҙәр ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәне. Арабыҙҙан иң матур ҡыҙ:
– Ярай, иҫерһәң, үҙем ҡултыҡлап йөрөтөрмөн,– тигәс, теге бер уртлап ҡуйҙы. Бер башлағас, ҡотолоу юҡ инде ул. «Эсеп бөт», – тип көсләп, стаканын түңкәрттек. Артабан бик инәлтеп тормай ғына тағы берҙе эсте. Шунан Азатты алмаштырып ҡуйҙылармы ни: бөтөнләй икенсе кешегә әүерелде, беҙҙең кеүегерәк һөйләшә башланы.
Клубҡа бар­һаҡ, уныһын асманылар. Нимә эшләргә? Йәнә ҡунаҡты эсерҙек. Ҡоторғо, тағы берәй ҡыҙыҡ эшләге килә. «Туҡта, беҙҙә йәшелсә үҫтерергә яратҡан бер ағай бар. Иртә сәсә. Ҡыяры өлгөргән, тиҙәр ине. Баҡсаһына төшөргә, әҙерәк урларға кәрәк. Был эште беҙ Азатҡа йөкмәтәсәкбеҙ. Тик тәүҙә тағы «градус» өҫтәп алырға кәрәк. Ҡунаҡ та айный башлаған, юғиһә». Ай-вайына ҡуймай, уны ла әҙерәк һыра эсергә мәжбүр иттек. Шунан бер аҙ хәбәр һатып алғас, баяғы план тураһында һөйләп бирҙем.
– Ҡыҙыҡ өсөн генә. Әйҙә, төшөп ҡара әле. Разведкаға бара алаһыңмы икән? – тип сәмләндергәс, егет риза булды. Ә беҙ, ҡалған бишәү, берәй кеше килеп сыҡмаһын, тип тирә-яҡты күҙәтеп торорға булдыҡ. Былай кәртә аша еңел генә һикереп төштө Азат. Әммә ҡыяр түтәлен таба алмай бер булды. Ҡараңғы шул. Урлашырға йөрөгәнен онотоп киттеме икән, бер заман: «Ҡайҙа һуң ул ҡыяр?» – тип ҡысҡырып ебәрмәһенме?! Ҡот осто. Теге ағайҙың ялҡау ғына эте бар, ул өрә башланы. Уй, уттарын яндырҙылар, хәҙер тотолабыҙ инде. Беҙ ҡаса алырбыҙ ҙа ул, бына Азат ни эшләр? Ҡала малайы, атаһы – түрә, йәл булып китте. Ана, ул ҡоймаға менеп маташа, тик, үкенескә ҡаршы, ашыҡҡан ашҡа бешкән, тигән кеүек, аяғы тайып китте. Ул мәшәҡәтләнгән арала хужа йүгереп килеп тә етте. Беҙ йыраҡҡараҡ ҡасҡайныҡ, кесерткән артына боҫоп тыңлайбыҙ. Бер ни ҙә ишетә алманыҡ. Шым ғына һөйләшәләр. Теге ағай артыҡ тауыш ҡуптарманы. Азатты үҙҙәренә алып инеп китте ул. Көттөк-көттөк, ҡунаҡ егеттең сыҡҡаны күренмәне. Иртәгәһенә Азаттың күршеһенә СМС менән һорау ебәрҙем: «Азат күренәме?» – тип. «Иртә менән ҡалаһына ҡайтып киткән», – тип яуап ебәрҙе. Бына һиңә ҡыҙыҡ. Атаһынан ҡурҡтымы икән? Әллә ғәрләндеме? Теге ағай уны әрләүен әрләмәгәндер, аңлағандыр. Нимәгә инде ул ҡала малайына кеше баҡсаһында үҫкән йәшелсә? Азат беҙҙең ҡоторт­ҡанды әйткәндер. Оят булып китте. Кешенең каникулын боҙҙоҡ бит. Етмәһә, эсергә өйрәтеп маташтыҡ. Әллә нисек уңайһыҙ. Икенсе тапҡыр кил­һә, ғәфү үтенергә тура килер инде.

РЕГИНА.

Фото: грязи.рф

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: